“Көньяҡ Урал-2012 төбәк-ара инвестицион форумына әҙерлек" тип аталған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо төбәктең проблемалары, киләсәге хаҡында барҙы. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы. Форум 8 — 9 июндә Сибайҙа үтәcәк.
"Көньяҡ Урал райондарының 2011-2015 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы"на ярашлы Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында тау сәнәғәте, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, машиналар эшләү, транспорт инфраструктураһы, туризмды үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау иң әһәмиәтле тармаҡтарҙан һанала. Программа ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың тормош кимәлен күтәреү, төбәк иҡтисадында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Унда республика Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән махсус программаның үтәлеше, төбәктең проблемалары тикшерелеп, форум барышында биш миллиард һумлыҡ унға яҡын инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Ошо инвестициялар араһында Баймаҡ районының Темәс ауылында һөт эшкәртеү заводын төҙөү ҙә иң мөһимдән һанала. Был төҙөлөшкә 200 миллион һум аҡса тотоноласаҡ һәм 30 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
– Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән махсус программа Көньяҡ Уралдың иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк. Былтыр, мәҫәлән, төбәктә иң ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башланы, – тине вице-премьер Илшат Тажетдинов. – Баймаҡ ҡалаһында төҙөлөп ятҡан ит эшкәртеү комбинаты Көньяҡ Урал райондары ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ит эшкәртеү селтәре базаһы буласаҡ. Комбинат тәүлегенә 7 тоннаға яҡын ит-колбаса продукцияһы етештереү ҡеүәтенә эйә.
Ул сығышында төбәкте үҫтереүгә республика Хөкүмәте тарафынан артабан да ҙур инвестициялар һалыныуын билдәләп үтте. Яҡын киләсәктә Рыҫҡужа мәрмәр заводы яңырыу кисерәсәк, проект тормошҡа ашһа, 100 кеше эш менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, Сибай элеваторы базаһында көнбағыш майы етештереү цехы һәм тирмән төҙөү күҙаллана. Әбйәлил районында ҡырсынташ етештереү проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.