Төбәктә заман талаптарына яуап биргән ауыл хужалығы предприятиеларын төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Хәтерегеҙҙәлер, йыл аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Борай районында малсылыҡ буйынса төбәк семинарында нәҡ ошондай хужалыҡтарҙың сифатлы ризыҡ етештереүгә һәләтле һәм эре эшкәртеү заводтарының А2 стандартлы һөткә мохтажлығы ҙур булыуы хаҡында белдергәйне.
Һуңғы ваҡытта сауҙа кәштәләрендә сит төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлектең күпселекте тәшкил итеүе һәр кемдә борсолоу уята. Етмәһә, хаҡтар ҙа бик ҡиммәт. Шуға ла республиканың ауыл хужалыҡтары алдында заводтар өсөн етештерелгән сифатлы һөттөң үҙебеҙҙеке булыуы мөһим тигән бурыс та ҡуйыла.
Әлеге мәлдә халыҡ аҙыҡ-түлеккә күп аҡса түгә, әммә уның өстән бер өлөшө генә урында етештерелә. Шуға ла республика етәкселеге был һан 60 проценттан да кәм булмаҫҡа, ә урындағы һөт иһә унан да ҙурыраҡ күләмде тәшкил итергә тейеш тигән талап ҡуя.
Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә ҡунаҡтар урындағы ауыл хужалығы кооперативының ит ярымфабрикаттары цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Шулай уҡ эшҡыуар Альберт Арыҫлановтың бәшмәк фермаһы эше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Районда ғына түгел, республикала ла ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булған “Победа”ның да уртаҡлашыр, күрһәтер ҡаҙаныштары бар ине.
Әлеге мәлдә күрше Ҡалтасы районы биләмәһендә биш мең һыйырға иҫәпләнгән заманса малсылыҡ комплексы төҙөлә. Бында нәҡ А2 стандарттарына яуап биргән юғары сифатлы һөт етештереләсәк. Әйткәндәй, республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә был проект ҡаралды, өҫтөнлөклө төҙөлөштәр иҫәбенә индерелде. Проект фермалар, ҡаты сырҙар етештереү буйынса завод төҙөүҙе, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала. Инвестор 170 эш урыны булдырырға йыйына. План буйынса ул бер нисә этапта бойомға ашырыласаҡ һәм уны төҙөүгә 2,3 миллиард һум инвестиция һалыу ҡаралған. Киләһе йыл декабрҙә проекттың беренсе этабын сафҡа индереү ҡаралған.