Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа.Ауыл ерендә элек-электән бөтмөр, егәрле халыҡ йәшәй. Баҙар шарттарына яраҡлашып, үҙ эшен асырға йөрьәт иткән, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, матур донъя көткәндәр бихисап. Шуныһы ҡыуаныслы: улар күп кенә ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеп, эшмәкәрлектәрен уңышлы алып бара.
Штәнде ауылынан шәхси эшҡыуар Илгиз Карамов — ана шундай уңғандарҙың береһе. Тыуған ауылында ағас ярыу цехы асып, халыҡты ғына түгел, ҙур төҙөлөш ойошмалары менән уңайлы килешеүҙәр төҙөп, һәр кемен төрлө материалдар менән тәьмин итә.
— Мәктәптән һуң ҙур ҡалаларға йә булмаһа Себер тарафына ла юлланырға мөмкинлек булды, әммә сит яҡтар мине үҙенә һис ылыҡтырманы, — ти эшҡыуар. — Атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, ағас эше менән шөғөлләнергә ҡарар иттем.
Әлбиттә, Илгиз Карамовҡа эшмәкәрлеген башлап ебәреүе еңелдән булмай, кеҫәһендә аҡсаһы ла, бай туғандары ла юҡ уның, әммә егет ярты юлда туҡтап ҡалмай, тәүәккәлләй.
Эш һөйөүсән егет Штәнделә ер участкаһы алып, шунда цех төҙөй һәм башкөллө эшкә сума. Булдыҡлы егеттең башланғысын хуплап, туғандары ла, дуҫ-иштәре лә ярҙамынан өҙмәй, һәр кем хәленән килгәнсә булыша. 2012 йылда иһә район хакимиәте яңы эш башлаған эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтә, Илгиз Фәнәүи улы 100 мең һумға яҡын аҡса алыуға өлгәшә. Дәүләттән бүленгән ярҙамды фәҡәт эше өсөн генә ҡуллана.
Бөгөн Илгиз Карамов аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарҙан һанала, районда абруй яулап та өлгөргән ул. Әле эшҡыуар “Башҡортостан кирбесе”, Дүртөйлө керамика, “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән йылы мөнәсәбәттәр булдырып, уңышлы ғына эш алып бара. Цех, нигеҙҙә, ойошмаларҙы поддон менән тәьмин итә. Заказдар бик күп, бер йәмғиәт бер айҙа ғына, мәҫәлән, бер меңдән ашыу поддон эшләүгә заказ бирә. Бынан тыш, ауыл халҡына утын да һата, ә бысылған таҡта ҡалдыҡтарын хатта бушлай биреп ебәрә. Техникаһы ла булғас, эшҡыуар ауылдаштарына башҡа төр хеҙмәт тә күрһәтә.
Әле Илгиз Фәнәүи улы ете кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, мәҫәлән, һәр кем, эшенә ҡарап, 18-19 мең һум тирәһе аҡса ала. Минеңсә, был — ауыл ерендә ҙур ғына табыш.
Килешеү нигеҙендә диләнкә алып, эшҡыуар ағасты башлыса Балтас районынан ташый.
— Ҡасандыр ағас эшенә тотоноп китеүемә һис кенә лә үкенмәйем, шөкөр, эшемдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм, — ти Илгиз Карамов. — Егеттәр ҙә тырыш, һәр береһе үҙ эшен намыҫ менән башҡара.
Йүнселдең киләсәккә уй-хыялдары бихисап, тағы ла ҙур предприятие-ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөргә, цехтың эшен киңәйтеп, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға иҫәп тота. Ә эшкә көсө-дәрте ташып торған егеттең был, һис шикһеҙ, ҡулынан киләсәк, етмәһә, уның эшен ҡеүәтләп торған туғандары, ғаиләһе бар.