Уңғанлыҡ тәрбиәнән килә.Ер, мал ҡәҙерен белгән, ниндәй генә төпкөл булһа ла, ауылды һайлаған кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Эш юҡ, ауыл бөтә, балаларға үҫешергә мөмкинлек сикләнгән, тибеҙ. Уныһы ла барҙыр. Әммә йүнсел булһаң, эштән ҡурҡмаһаң, ҡот-ырыҫ та ташламаҫ.
Күгәрсен районының Беренсе Дәүләтҡол ауылында йәшәгән Зөлфиә апай менән Самат ағай Фәхретдиновтар өс балаға матур тәрбиә биргән. Бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Ҡыҙҙары Зөлфирә ғаиләһе менән Күгәрсендә тора, улдары Венер Яҡут-Сахала эшләй, Илнур, төпсөк булараҡ, атай менән әсәй эргәһендә, ер эшендә. Улдары уңған Самат ағайҙың. Икеһе лә район үҙәгендә йорт һалған, матур итеп ғаилә ҡорған, үҙ урындарын табып, уңышлы эшләп йөрөй, балалар үҫтерә.
Ә ер эшенә, игенселеккә Самат ағай 90-сы йылдарҙа уҡ тотонған.
– Тәүҙә утыҙ гектар ерҙе эшкәртеүҙән башланым, шунан 55-кә еткерҙем. Малайҙар Себерҙә ине, мин ауырығас, ҡайтартып алдыҡ. Хәҙер был эш менән кесе улым Илнур шөғөлләнә, ул 800 гектар самаһы ерҙе эшкәртә. Тотонғанына дүрт йыл инде, – ти Самат ағай.
Ер эшкәртеүҙән, иген сәсеүҙән тыш, Фәхретдиновтар малсылыҡ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Утыҙлап баш йылҡы, шул сама умарта тоталар.
– Береһен икенсеһе тулыландырып торғанға, бәлки, эшләү еңелерәктер. Ер эшенән йыл әйләнәһенә килем алып булмай. Ул тәүҙә аҡсаны “һура-һура” ла, уңыш алғас ҡына, эше күҙгә күренә. Еңел түгел инде. Йылы йылына тура килмәй, табыштың да ҡайһы саҡ ниндәй булырын белеп булмай, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Зөлфиә апай.
– Ергә һалған орлоғоң шытамы-юҡмы – тәбиғәттән дә тора. Ҡоролоҡ та аптыратты тәүҙә, унан – ҡара сиңерткәһе. Аҡсаһыҙлыҡ та бәкәлгә һуғыңҡырап алды ваҡытында. Шулай ҙа тырышһаң, эшләргә була тигән фекерҙәмен. Техника ла етерлек, комбайн да алып ебәрҙек, – ти Илнур ҙа.
Әйткәндәй, уның төп һөнәре ергә бәйле. Атаһы менән урманға күп йөрөгән егет бала саҡтан егерь булырға хыялланған. Шул ниәте уны Өфө урман хужалығы техникумына алып килгән. Әле ҡырҡ йәшкә лә етмәгән ирҙең ер эшенең тәмен белеүе хайран итә. Был – тәрбиәнән, сөнки Фәхретдиновтар балаларын ер кешеһе итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән, эшкә өйрәткән. “Мәктәптән ҡайта ла мал ҡарарға сығып китә торғайны. Бәләкәйҙән өй араһында ярҙам итте, атаһының эргәһенән китмәне, 16 йәшенән эшләй башланы”, – тип ғорурлыҡ менән һөйләй әсәһе.
Ерҙәрен ҡуртымға алған пайсыларына ла ярҙам итә йүнсел хужа. Бесән һораһалар – бесәнен, иген кәрәкһә игенен бирә, техника талап ителһә – рәхим ит. Бер ҡасан да юҡ тимәй. Шулай уҡ эргәһендәге ярҙамсыларын да буш итмәй.
– Туғандарһыҙ булмай. Атайымдар, ағайымдар, ауылдаштар ярҙам итә. Бергә-бергә эшләйбеҙ, – ти Илнур.
Ауылда “эш юҡ” тип уфтанғандан ғына әҙерҙе килтереп тоттормаҫтар. Йүнсел ҡайҙа ла йүнен табыр. Хатта тәү ҡарашҡа һүнгән кеүек тойолған Дәүләтҡол ауылында ла. Фәхретдиновтар – быға асыҡ миҫал. Киләсәктә улар баҫыу ерҙәрен тағы ла киңәйтеп, мал һанын арттырырға ниәтләй. Тимәк, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ла булыр, ауыл уты, ер ҡото ташлап китмәҫ был төбәкте.