Һөттөң һөт булмауы ла ихтимал21.01.2019
Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығының Туймазы территориаль бүлеге, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге Туймазы, Баҡалы, Саҡмағош, Шаран райондары һәм Октябрьский ҡалаһында 4 февралгә тиклем 8(34782) 7-24-95, 7-14-88 телефондары буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” асты. Маҡсаты – һөт аҙыҡ-түлегенең сифатлы һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, файҙаланыу срогының сығыу-сыҡмауын тикшереү.

Һөт аҙыҡтары һөттән етештерелә, үҫемлек майы һәм аҡһым ҡушылырға тейеш түгел. Былтыр һөт ризыҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн техник регламентҡа үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, “һөт майын алмаштырыусы ҡулланылған һөтлө ризыҡ” тигән өр-яңы термин индерелде.

Шуға күрә һөт аҙыҡтары ҡабындағы яҙыуҙы иғтибарлап ҡарау мөһим. “Үҫемлек майҙары бар” тигән яҙыу уның һеҙ уйлаған ысын һөт аҙығы булмауын күрһәтә. Әгәр ҙә этикеткала тулы мәғлүмәт юҡ икән, уны алырға кәрәкме икән, тип уйланырға урын ҡала.





Вернуться назад