Ҡырымдар керамик плитә менән ҡыҙыҡһына18.01.2019
Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Михаил Селезнев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов менән Европала керамик плитә етештергән иң ҙур заводтарҙың береһе – Lasselsberger Ceramics эше менән танышты.

Завод йылына 10 миллион квадрат метр плитә сығарыу ҡеүәтенә эйә. Әле ул етештереүҙе һәм инвестицияларҙы 1,5 тапҡырға арттырырға ниәтләй. Бында 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Яңы етештереү ҡеүәттәре ғәмәлгә индерелә, төҙөлөш-монтаж эшен 2020 йылда тамамлау күҙаллана.

Әйткәндәй, компанияның Әбйәлил районында тағы ла бер ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла – ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводы төҙөлә.





Вернуться назад