Йәрмәкәй районында шәп егет менән таныштыҡ – сәмсел Линар Ахунйәнов бына инде 18 йыл Ҡушҡаран ауылының ҡотон һаҡлап ғүмер итә, бында эшмәкәрлеген киң йәйелдергән.
Уның тураһында ауылдаштары, беҙҙең Линар ҡушйөрәкле, тотҡан урындан һындырыусан, тиҙәр. Асылда, ул үҫемлекселек һәм йылҡысылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Әле уңғандың ҡарамағында 522 гектар ер иҫәпләнә, шулай уҡ пай ерҙәрен дә эшкәртә, бынан тыш 160 баш аты бар, шуның яртыһы тиерлек бейәләр. Хатта пилорама асҡан.
Линар Ахунйәнов билдәләүенсә, тыуған ауылында эш башлағанда 13 кенә йорт булған, хәҙер иһә өйҙәрҙең һаны 40-тан ашыу, уға төҙөлөп ятҡандарын да ҡушһаң... Ҡыҫҡаһы, Ҡушҡаран бөгөн икенсе һулышын кисерә.
Әйткәндәй, фермерҙың 82 йәшлек атаһы Ғүмәр бабай – төп кәңәшсеһе. Ул үҙенең ҡулдары менән төҙөгән ағас станогы (ә станоктар – алтау!) ярҙамында кешеләргә ишек, иҙән һәм түбә өрлөктәре, тәҙрә һәм ишек яңаҡтары кеүек төҙөлөштә иң кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләшә.
Фермер киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡорған. Мәҫәлән, эшселәр өсөн уртаса ҙурлыҡтағы йорт төҙөргә ҡарар иткән, сәсеүлек майҙанын киңәйтеү ҙә күҙҙә тотола, аттар һанын ишәйтеү тураһында ла уйлана.