Ағасҡа хаҡ артты18.01.2019
Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 11 ноябрендә сыҡҡан “Федераль милектә булған урман ресурстары күләме берәмеге һәм урман участкаһы майҙаны берәмеге өсөн түләү ставкаһына коэффициенттар тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, быйылдан түләү артты.

Федераль милектәге урман ресурстарының бер кубометрына хаҡ 9,6 процентҡа күтәреләсәк. Былтыр түләү ставкаһына 2,17 коэффициенты ҡулланылһа, быйыл – 2,38, ә 2020 йылда 2,62 коэффициенты ҡуйыла.

Урман участкаһының бер гектары өсөн уны файҙаланыуҙың бөтә төрҙәре буйынса хаҡ 20,4 процентҡа арта. Былтыр 1,57 коэффициенты ҡулланылһа, быйыл – 1,89, ә киләһе йылда 2,26 буласаҡ.

Утын өсөн ағастың бер кубометрының хаҡы былтыр 79,3 һум булһа, быйыл 86,9 һум тәшкил итә. Төҙөлөш өсөн бирелгән япраҡлы ағастың кубометрына түләү былтыр 109,8 һум булһа, быйыл – 120,3 һум, ылыҫлы ағастың хаҡы 493 һумдан 540,3 һумға тиклем артҡан.


Вернуться назад