Инвесторҙар тотонһа...17.01.2019

“Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашты, сарала шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары вәкилдәре, муниципалитет етәкселәре ҡатнашты.

Атап әйткәндә, төбәк биләмәһендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотоға һәм видеоға теркәп барыуҙы тәьмин иткән системаны булдырыу, модернизациялау һәм техник хеҙмәтләндереү проекты ҡаралды.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов был йәһәттән күпме ҡоролма алыу кәрәклеге, сараны тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында бәйән итте. Әле бер нисә ойошма проектта ҡатнашыу теләген белдергән.

“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ Өфө районында транспорт агро-логистик комплексы булдырыу, Нефтекамала насос ҡорамалдары етештереүҙе үҫтереү проекттары ҡаралды, Социаль маҡсатлы программалар фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре һәм мөмкинлектәре тикшерелде.





Вернуться назад