Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса республика советы ултырышында административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү көн тәртибендәге төп мәсьәлә булды. Ултырыш республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов рәйеслегендә үтте.
Азамат Илембәтов билдәләүенсә, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрмәй тороп, бәләкәй һәм урта предприятиелар һанын, тулайым төбәк продуктында уларҙың өлөшөн арттырыу бик ҡыйынға төшәсәк.
— Мәсьәләнең киҫкенлеген иҫәпкә алып, республика кимәлендә ошо йүнәлештә аныҡ саралар күрелә, — тине Хөкүмәт Премьер-министры. — Республикала Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил институтын булдырып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ҙур аҙым яһалды. Уның киң вәкәләттәргә эйә булыуы, бойондороҡһоҙлоғо эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тәңгәлендә хәлде үҙгәртеүгә йоғонто яһарға тейеш. Шулай итеп, беҙҙә Башҡортостан эшҡыуарҙарының ышаныслы яҡлаусыһы барлыҡҡа килде.
Азамат Илембәтов, республикала эшҡыуарлыҡтағы административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса эш, тәү сиратта, артыҡ сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелә, тип билдәләне. Бөгөн ведомство-ара электрон бәйләнеште үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла.
— Был сиратты һәм инстанциялар буйлап йөрөүҙе юҡҡа сығарасаҡ, — тине Хөкүмәт Премьер-министры.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса совет рәйесе Петр Бобылев үҙенең сығышында билдәләүенсә, административ ҡаршылыҡтар эшҡыуарлыҡҡа кире йоғонто яһай.
— Был осраҡта аҡса һәм ваҡыт сарыф ителә, — тине ул. — Һөҙөмтәлә бизнес менән шөғөлләнеү теләге юҡҡа сыға, төбәктең иҡтисади үҫешенә зыян килә. Эшҡыуарҙарҙың ғаризалары менән эшләү регламентын ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Чиновниктарға эшҡыуарға ярҙам итеүҙән баш тартыу өсөн сәбәп эҙләү урынына, уның мәсьәләһен хәл итеү хаҡында уйлау зарур.
Совет ултырышында шулай уҡ республиканың башҡарма власть органдары, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берекмәләре, фән һәм инфраструктура ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сара аҙағында республикала эшҡыуарлыҡ өсөн шарттарҙы яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.