Иҡтисадҡа ғәйәт ҙур өлөш индерә29.05.2012
Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала нефть сығарыу сәнәғәтенең 80 йыллығына арналған тантаналы сарала сығыш яһаны.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары һөҙөмтәләр өсөн уларға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Рөстәм Хәмитов нефть тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм Башҡортостан халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.
“80 йыл элек республикала нефть сығарыла башлай. Ул Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңергә ярҙам итә. Башҡортостан нефте предприятиелар, ҡалалар, юлдар һалырға юл асты. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы иҡтисадына ғәйәт ҙур өлөш индерҙе.
Беҙ компания менән һәр саҡ ғорурланабыҙ, сөнки ул иҡтисадыбыҙҙың нигеҙен тәшкил итә”, — тине Президент ҡотлау һүҙҙәрендә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад