Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә пособие түләү күҙаллана.
“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға үҙгәрештәр былтыр ноябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгәйне. Хөкүмәт Президиумындағы ултырышта ошондай ғаиләләргә аҡсаны түләү тәртибен һәм күләмен билдәләгән ҡарар ҡабул ителде.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников әйтеүенсә, бер тапҡыр бирелә торған пособиеға йыллыҡ сығым 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк. Республикала 18 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә.
2015 йылдан әлегә тиклем аҡсалата түләүҙе туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 28 ғаилә алған. Ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 17,7 миллион һум аҡса бүленгән.