Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме?16.01.2019
Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме?2019 йылдың 1 ғинуарынан “Граждандар тарафынан шәхси ихтыяждар өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек алып барыу һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Ҡануниәттән “дача ер участкаһы” һүҙе алып ташланды һәм ерҙе файҙаланыуҙың ике төрө ҡалды – баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек.

Иң төп айырма — ширҡәт ағзаларының был ерҙә ниндәй бина төҙөй алыуында. Баҡса ер участкаларында тораҡ һәм баҡса өйҙәре, гараж һәм хужалыҡ биналары төҙөү рөхсәт ителә. Һүҙ фундаменты булған капиталь төҙөлөш тураһында.

Йәшелсәселек ерҙәрендә иһә күсемһеҙ милек объекттарына ҡарамаған хужалыҡ биналары ғына төҙөргә ярай. Улар инвентарь һәм йәшелсә һаҡлау өсөн генә файҙаланылырға тейеш. Уларға хоҡуҡты рәсмиләштереп булмай.



Вернуться назад