Малға чип ҡуйыла16.01.2019
Малға чип ҡуйыу хаҡы 500 һумға тиклем түбәнәйҙе. Ветеринария хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан ошо эш башҡарылған пилот төбәктәр исемлегенә инәсәк.

Әйткәндәй, һыйыр малына ғына түгел, хатта эт, бесәй, шулай уҡ башҡа кескәй йорт йәнлектәренә лә чип ҡуйырға тура киләсәк. Әлегә тиклем бындай ғәмәл мотлаҡ түгел ине. Хужалар чипты теләк буйынса ҡуйҙы. Ошо ғәмәл башҡарылғандан һуң кешегә вакцинация, сирҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр индерелгән электрон паспорт бирелә. Шулай уҡ быйыл ил етәкселеге йорт хайуандарына һалымды ғәмәлгә индерергә теләй. Хатта өйҙә аҫралған алйырҙан өсөн дә һалым түләргә тура киләсәк.








Вернуться назад