Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ15.01.2019
Бәрәңгене “икенсе икмәк” тип йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, был культура халыҡтың көнитмешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләп була унан. Әммә мул уңыш алыу өсөн уның яҡшы сорттары ла кәрәк бит әле.

Тап ошо маҡсатта бөгөн республикала етди эш алып барыла. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү инсти­тутының Бөрө ғилми бүлексәһендә бәрәңге үҫтереү буйынса билдәле “МОЛЯНОВ АГРО ГРУПП” “Маг” ЯСЙ-һы компания­һы­ның терәк пункты барлыҡҡа киләсәк.

“МАГ” – бәрәңге орлоғо етеште­реү буйынса билдәле компания. Ул баҫыуҙа тикшереү үткән сифатлы орлоҡ тәҡдим итә. Бөгөн компания үҙенең хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтә, районлаштырылған, яҡшы уңыш биргән яңы сорттар сығара. Тәүҙә компания Башҡортостан шарттарында үҙҙәренең орлоғона һынау үткәрәсәк. Ә инде иң уңышлы тип табылған сорттар беҙҙең ерлектә күпләп үҫтерелә башлаясаҡ.


Вернуться назад