Орлоҡ сифаты яҡшыра15.01.2019
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында йыл һайын 11 ауыл хужалығы культураһының өс мең самаһы гибриды һәм сорты һынау үтә. Улар араһында үҙебеҙҙең селекцияла һәм башҡа институттарҙа сығарылған культураларҙың яңы сорттары, шулай уҡ ауыл хужалығы тауар етештереүселәре ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән ғәҙәти булмаған, юғары табыш бирә торғандары ла бар.

Былтыр тәүге тапҡыр соя, яҫмыҡ, нут, етен, рапс, крамбе, мал борсағы кеүек культуралар сәселде. Улар республиканың Көньяҡ Урал алды төбәктәре шарттарында һынау үтте. Быйылғы тәбиғәт шарттары үҫенте­ләр өсөн бигүк уңайлы булманы. Яуым-төшөмдөң аҙлығы һәм июн­дең тәүге ун көнөндә һауа темпе­ра­тураһының төнгө ваҡыттарҙа һалҡын тороуы яҙғы иген культура­ларының үҫешен тотҡарланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күрһәт­кестәр яҡшы булды. Айырыуса ҡара­бойҙай, борсаҡ, ҡаты һәм йомшаҡ бойҙай, мал үләндәре кеүек урын­дағы селекция сорттарының һөҙөм­тәләре ҡыуандырҙы. Ужым сорттары араһында бигерәк тә үҙебеҙҙә сыға­рылған һәм 2017 йылдан дәүләт һы­науы үткән “Ҡунаҡбаев иҫтәлеге” (гектарынан 50,3 центнер), “Сулпан” (гектарынан 52,1 центнер) сорттары юғары уңыш менән һөйөндөрҙө. Ҡышҡы тритикале сорттары араһын­да быйыл туғыҙ төбәктең дәүләт реестрына индерелгән “башҡорт 3” сорты, ҡышҡы бойҙайҙан “Ҡурған” һәм башҡорт селек­цияһынан “Альбина 45”, “башҡорт 10”, “башҡорт 11” ҡышҡы һалҡынға сыҙам­лығы һәм уңышы менән айырылып торҙо.

Яҙҙың һалҡын килеүе һәм вегетация осоронда дымдың етеш­мәүенә ҡара­маҫтан, яҫмыҡ, етен кеүек аҡһымға бай май культуралары сорттарының күрһәт­кестәре лә яҡшы. Хатта далалы Көньяҡ Урал биләмәһендә был үҫемлектәр, шулай уҡ яҙғы рапс һәйбәт уңыш менән ҡыуандырҙы.

Беҙҙең республика шарттарында аҡ һәм тар япраҡлы “люпин” сорттары сыҙамлыраҡ булып сыҡты. Краснокут селекция станцияһында әҙерләнгән нут ҡоролоҡҡа бирешеп бармауы менән айырылып торҙо. Беларусь селекцияһының соя сорты һуң өлгөрөүен күрһәтте – уны борсаҡ менән бер үк ваҡытта сәсеүгә ҡарамаҫтан, сентябрҙең икенсе дека­даһында ғына өлгөрҙө. Урал алдының ялан биләмәһендә Себерҙә сығарылған соя сорты ла ярайһы уңыш бирҙе.

Әлбиттә, алдан алынған һәм бер йыллыҡ тәжрибә мәғлүмәттәрен төп һығымта итеп ҡабул итергә кәрәкмәй. Был тәбиғәт шарттарында ошо культу­раларҙы һынау дауам итәсәк, сөнки институттың маҡсаты – төп ауыл хужа­лығы культуралары менән ғәҙәти булмаған юғары табыш бирә торған үҫемлектәрҙең дә сорттарын үҫтереү.


Вернуться назад