Ниғәмәттәр һалма ҡырҡа, яйыҡбайҙар билмән яһай15.01.2019
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында етештерелгән һалма-туҡмастар күптән инде халыҡ араһында киң билдәле. Яңы йылдың тәүге көндәрендә ошо уҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Түбәнге Яйыҡбайҙа төбәктең егәрле егеттәренең береһе Азат Абайҙуллин билмән эшләү цехы асып ебәрҙе.

Азат Айрат улы быға тиклем малсылыҡ менән шөғөлләнә ине. Ошо эшен киңәйтеп, ауылдаштары өсөн өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырҙы. Хәҙер Түбәнге Яйыҡбайҙың уңған ҡыҙҙары хәләл ризыҡтан тәмле билмәндәр әҙерләй. Ниғәмәттә етештерелгән һалмаларҙың даны йыраҡ киткән кеүек, Яйыҡбай билмәне лә үҙ ҡулланыусыһын табыр тип ышанабыҙ.


Вернуться назад