Әсәлек капиталын һәр кем дөрөҫ файҙаланамы, ҡағиҙәләр теүәл үтәләме?
Краснокама районынан 22 йәшлек ҡатын Илештән ер һатып ала һәм Пенсия фондына йорт төҙөү өсөн Әсәлек капиталын биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Алған 430 һум аҡсаны башҡа әйбергә тотона, ә ерҙе һата. Шулай итеп, ҡатын бәлиғ булмаған ике сабыйының торлаҡҡа хоҡуғын боҙа: Илеш районы прокуратураһы унан Әсәлек капиталын кире ҡайтарыуҙы талап итә.
Шундай уҡ хәл Өфөлә лә була: 43 йәшлек әсә 417 мең һум күләмендәге дәүләт ярҙамын ваҡ-төйәккә сарыф итә.