Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә.Аҡъяр ауылының бер яҡ ситендә урамға йәм биреп ултырған йорттоң ишеген асып кергәс тә, бында уңған хужалар йәшәгәнлеге һиҙелә. Улай ғына түгел, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәрен дә төҫмөрләргә мөмкин. Миләш, балан тәлгәштәре уттай балҡып ултыра, йәйге мәлдә иһә сағыу сәскәләрҙең матурлығы тирә-яҡҡа йәм өҫтәй, бер яҡ ситтәрәк еләк-емеш ҡыҙарып күҙҙе ҡыҙҙыра. Хужа ысын мәғәнәһендә “мичуриндарса” баҡса ярата. Һиҙемләүҙәр үҙен аҡланы, ысынлап та, Рәфиә менән Ислам Үзбәковтар йәшәгән йортта һәр әйбергә хужа-хужабикәнең оҫта ҡулдарының нуры һибелгән, ошо нурҙар ғаиләне бәрәкәтле һәм ҡотло итә лә инде.
Әбеш ауылы егете Ислам Ғәйнислам улы Ейәнсура һылыуы Рәфиә Рафиҡ ҡыҙын туғанының туйында күрә һәм ғашиҡ була. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр ғаилә ҡора. Күмертау физкультура техникумын тамамлаған Рәфиә Әбеш мәктәбендә уҡыта, тормош иптәше колхозда эшләй. Йәш ғаиләнең бәхетен тулыландырып Рәлиә менән Фәтих донъяға килә.
Үзбәковтар артабан район үҙәгенә күсеп килә, ошонда йорт һалып, төпләнеп ҡала. Сибай тау-байыҡтырыу техникумын тамамлаған Ислам Ғәйнислам улы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Артабан эшҡыуарлыҡҡа тотона, ҡатыны сауҙа нөктәһе аса. Бөгөн уларҙың төрлө бүләктәр өсөн тәғәйенләнгән, халыҡ яратып йөрөгән үҙ магазины бар.
Әйткәндәй, фото өсөн рамдарҙы, төрлө картиналарҙы хужа үҙе эшләй. Бының өсөн йортта айырым оҫтахана булдырылған. Сауҙа эше менән хужабикә шөғөлләнә, йорт хужаһы Ислам Үзбәков иһә – бынамын тигән баҡсасы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул төрлө үҫентеләрҙе үҙе үҫтереп, тәрбиәләп, ошо төбәк өсөн яраштырып, теләүселәргә тәҡдим итә. Беҙ барғанда ҡарағаттары бер түтәл булып айырым ултыртылғайны. Яҙ уларҙы һатыуға сығара. Шулай уҡ күптәр тик ул үҫтергән “виктория” еләген алыуҙы хуп күрә. “Яҙҙан алып көҙгә тиклем өлгөргән еләктәрҙе һатыуға ла сығарабыҙ, үҙебеҙ ҙә ҡайнатмалар яһайбыҙ”, – ти ул.
Ә бына ерҙе ҡаҙып, районда ғына түгел, хатта төбәктә бер кемдә лә булмаған теплица эшләүе хаҡында күптәр үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, ышанып та етмәҫ. Ысынлап та, ер аҫтындағы 100 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән 18х6 квадрат метр ҙурлығындағы теплицала ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсә иртә өлгөрә. Март айынан үҫентеләрҙе сығарып, улар өсөн йылытыу ҡорамалдары урынлаштырып, температураны бер кимәлдә тотоу өсөн дә байтаҡ тырышлыҡ талап ителә. Яҡшы уңыш һәм килем алыу өсөн иртә таңдан тороу, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә тир түгеү кәрәклеген яҡшы аңлай геройҙарым.
Картуф үҫтереүҙең дә үҙ алымдары бар Ислам Үзбәковтың. Башҡалар кеүек ерҙе һөрөп ултыртмай ул ер алмаһын, ҡаҙа бара, соҡорға һала бара. Аҙаҡ ул ерҙе һалам менән ҡаплай. “Картуфтың тамыры шул тиклем көслө, ул һалам менән күмелгән ерҙе үҙе тишеп килеп сыға. Артабан уны бер ни эшләтмәйем, ҡоро йылда һыу һибәбеҙ. Күмеп йөрөү талап ителмәй. Ә көҙ уңышын күрһәгеҙ, хайран ҡалырһығыҙ. Шул тиклем эре, мул картуф ҡаҙып алабыҙ”, – ти уңған баҡсасы.
Тағы ла әңгәмәсемдең бер шөғөлө хаҡында әйтеп үтмәһәм, уны бар яҡлап аса алмаҫмын кеүек. Ислам Ғәйнислам улы иртә яҙҙан ҡош-ҡорт үрсетә. Тәүҙә Гай ҡалаһынан бройлер себештәре алалар, аҙаҡ ҡаҙ бәпкәләрен алып ҡайтып тәрбиәләйҙәр.
– Бройлерҙарҙы дүрт ай тирәһе тәрбиәләп, ҙурайтабыҙ ҙа һуйып, һатыуға сығарабыҙ. Бер килограмын 170– 200 һум менән тәҡдим итәбеҙ, клиенттар беҙҙе күптән белеп бөткән, күпселек өйҙән килеп алып китә. Ҡаҙҙарҙы сентябргә тиклем һимертәбеҙ, аҙаҡ тотонабыҙ. Бигерәк тә Яңы йыл байрамы алдынан ҡаҙ ите һораусылар күбәйә. Йыл һайын емде көҙҙән үк хәстәрләп, әҙерләп ҡуям. Иртә яҙҙан себештәр алыуға аҡса туплайбыҙ. Был шөғөлөбөҙ, берҙән, күңел өсөн, икенсенән, табыш та килтерә, – ти хужалар.
Үзбәковтарҙың балалары ла – ҙур ярҙамсы. Һәр саҡ ҡулдарынан килгәнсә ата-әсәһенә ярҙамлашалар. Ҡыҙҙары Рәлиә юғары белемле, әле Өфө ҡалаһында эшләй. Улдары Фәтих ҡурайҙа уйнай, матур итеп бейей һәм йырлай. Киләсәктә кем булыр – әлегә билдәһеҙ, әммә йор һүҙле, музыкаль һәләтле егет тормошта мотлаҡ үҙ урынын табасаҡ.
Әле көн-төн тимәй, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, тулы ҡанлы тормош алып барған был матур ғаиләне башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу, уларҙың тәжрибәһен еткереү, баҡсасылыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу – изге бурысыбыҙ.