Хеҙмәт кодексына хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменә (МРОТ) ниндәй өҫтәмәләр инеүен аныҡ билдәләгән төҙәтмәләр мотлаҡ индерелергә тейеш. Был хаҡта “Российская газета” биттәрендә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков сығыш яһаны.
Был үҙгәрештәр ябай хеҙмәт кешеһе тормошона ниндәй йоғонто яһар? Профсоюздар лидеры аңлатыуынса, Конституция Судының ҡарарына ярашлы, бөтә дәртләндереү һәм компенсация өҫтәмәләре минималь эш хаҡына индерелергә тейеш. Өҫтәмәләрҙең ҡайһыһы МРОТ-ҡа инеүен мотлаҡ асыҡлау кәрәк.
“Беҙ Хөкүмәттән һәм парламент ағзаларынан ошо төҙәтмәләрҙе ҡабул итеүен талап итәсәкбеҙ”, – тип билдәләй профсоюздар федерацияһы рәйесе.
“2018 йылда мөһим аҙымға барҙыҡ: МРОТ-ты йәшәү минимумы кимәленә еткереү һәм уны йыл да индексациялау тураһында закон ҡабул итеүенә өлгәштек. Әммә бөгөнгө йәшәү минимумы ысынбарлыҡ менән ярашмай, ул хатта кешеләрҙең минималь талаптарына ла яуап бирмәй”, – тип өҫтәй ул артабан.
Профсоюз лидерының фекеренсә, ҡулланыу кәрзинен иҫәпләүҙең өр-яңы ысулына күсергә ваҡыт. “Беҙ “кәрзин”де минималь ҡулланыу бюджеты күләменә тиклем киңәйтеүҙе талап итәсәкбеҙ. Уның күләме хәҙерге ҡулланыу кәрзине хаҡынан яҡынса ике тапҡырға ҙурыраҡ – 25 мең һум самаһы”. Профсоюздар федерацияһы рәйесенең әйткәне тормошҡа ашһа, МРОТ-тың ике тапҡырға артыуы ихтимал.