2009 йылда Ауырғазы районында бер ханым юғала. Уның ире (улар ике бала тәрбиәләгән) хәләл ефетен вафат тип таныуҙарына ирешә һәм ғаилә ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсия алыу хоҡуғына эйә була.
Бер йылдан ул ҡатынының иҫән-һау Өфөлә йәшәп ятҡанын белеп ҡала, ләкин аҡса алыу өсөн балаларына ла, Пенсия фондына ла был хаҡта бер ни ҙә әйтмәй.
Мутлыҡ алты йылдан һуң, ҡатын пенсияһын рәсмиләштерергә килгәс, асыҡлана. Ошо йылдар эсендә иргә 600 мең һум аҡса түләнә.
Суд уны шартлы рәүештә 2,5 йылға иркенән мәхрүм итте һәм зыянды ҡапларға ҡушты.