1 ғинуарҙан Рәсәйҙә коммуналь түләүгә тариф 1,7 процентҡа артты. Башҡортостан халҡы был хаҡты февраль башында квитанция алғас күрәсәк. Үҫеш индексы бөтә төбәктәр өсөн ғинуарҙа бер тигеҙ.
Ил Хөкүмәте тарифты ике этапта арттырырға ҡарар итте. Документҡа былтыр ноябрҙә үк ҡул ҡуйылғайны. Үҫештең икенсе этабы июлдә башлана. Ул 2,4 процент тәшкил итәсәк, әммә был күрһәткес бөтә төбәктәр өсөн берҙәм түгел. Ҡайһы бер субъекттар өсөн минималь артым билдәләнһә, икенселәре хаҡты ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ ҡуясаҡ. Иң түбән ике процентлыҡ индекс Адыгея, Башҡортостан, Пермь крайы, Әстрхан, Белгород, Брянск, Владимир, Воронеж, Ырымбур өлкәләре өсөн билдәләнгән.