Теплицалар кәрәк әле...08.01.2019
“Теплица бизнесы-2018” мәғлү­мәт­тәре буйынса, 2014 – 2018 йылдарҙа ҡыйыҡ аҫтында йәшелсә һәм тәмләткес үләндәр үҫтереү 1,5 тапҡырға артып, һуңғы биш йылда уларҙы сит илдәрҙән индереү 1,4 мәртәбәгә кәмегән.

Белгестәр әйтеүенсә, бындай күрһәт­кескә өлгәшеү өсөн инвестиция проекттарына дәүләт, урындағы етәксе­ләрҙең инфраструктур ярҙамы, шулай уҡ ил баҙарына ситтән ризыҡты индереүҙе сикләү эшҡыуарлыҡ өсөн яңы проекттар йәлеп итеүгә, яңы ҙур теплицалар төҙөүгә булышлыҡ итте.

Шулай ҙа әлегә үҙебеҙҙе йәшелсә менән тулыһынса тәьмин итә алмайбыҙ. Илдәге барлыҡ ихтыяжды ҡаплау өсөн 880 – 900 мең тонна теплица йәшелсәһе кәрәк. Әйткәндәй, төбәктәрҙә уға ҡытлыҡ төрлө кимәлдә. Үҙәк федераль округта теплица комбинаттары дәррәү төҙөлһә лә, йәшелсәгә дефицит ҙур булып ҡала. Сәбәбе – был төбәктә ҡалалар тығыҙ урынлашҡан, халыҡ күп.

Себер менән Алыҫ Көнсығышта ла шундай уҡ хәл, сөнки бында теплица менән мәшғүл булған ҡеүәтле етештереүселәр юҡ. Булғандарының да хужалыҡтары иҫкергән. Уларының да кәмеүе күҙәтелә. Тап шуға ла илдең көнсығыш өлөшөнә был йүнәлештә етди иғтибар кәрәк.

2017 йылда республикала теплицала 76 мең тоннанан ашыу йәшелсә үҫтерелгән. Шул һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан илдә был тармаҡта дүртенсе урынды биләгән.


Вернуться назад