“Агролэнд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылыҡ менән шөғөлләнә. Предприятиеның һөтсөлөк фермаһы Архангел ауылында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа бында эш йәнләнә.
Ферма танымаҫлыҡ булып үҙгәреш кисергән. Биналарҙың тышҡы яғы, ҡыйығы заманса материалдар, профнастил менән көпләнгән. Әле бында ҡыҙыл сыбар тоҡомло 170 баш һыйыр малы аҫрала. Шулай уҡ 100 баш йылҡы һәм шунса уҡ бал ҡорто умартаһы бар.
Ферма мөдире Андрей Гапонов беҙҙе ихлас, күтәренке кәйефтә ҡаршы алды. Шулай булмай ни, бер нисә тапҡыр бөтөүгә, шулай уҡ тергеҙеүгә дусар булып, йәнә яңынан йәнләнгән был ферма уңышлы, һөҙөмтәле эшләй. Малҡайҙарға тәрбиә етеп, аҙыҡ базаһы бай булғас, һөт етештереү тотороҡло килеш ҡала бында. Һауынсылар Любовь Сәйетбатталова, Ирина Сандалова, Елена Анисимова үҙ бурысын намыҫ менән башҡара, ә Нуриҙә Аҡбулатова уларҙы алмаштыра. Малсылар Виктор Костин, Александр Әхмәтйәнов, Сергей Подоплелов – һауын һыйырҙарын, Геннадий Ткачев, Станислав Анисимов, Игорь Пелепеев быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Аттарҙы һәм ҡолондарын ҡарауҙы һәм көтөүҙе Радик Ильясов менән Юрий Тимофеевҡа йөкмәткәндәр. Умартасы Әхтәм Хисамов, слесарь Михаил Беляев, ҡарауылсылар Сергей Дублистов, Николай Матвеев та дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә.
Малдар йылы ҡураларҙа ҡышлай. Һарайҙар һәм кәртәләр, тиреҫ сығарыу ҡоролмаһы ремонтланған, транспортер, һөт үткәргестәрҙе яңыртҡандар. 120 баш малға иҫәпләнгән элекке һыйыр һарайын төҙөкләндереп, хәҙер унда таналар урынлаштырылған. Йыл башынан һәр һыйырҙан уртаса дүрт меңдән ашыу һөт һауып алынған.
Һыйырҙың һөтө – телендә, тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған. Һәр шартлы мал башына 35 центнерҙан ашыу аҙыҡ тура килә. Һимертеү төркөмөндә 65 башмаҡ аҫрала. Дәүләткә юғары сортлы һөт һатыуын-һаталар, әммә хаҡы бик түбән – бер литрын 19 һум менән ҡабул итеүҙәренә зарланалар. Бөгөнгә һөт ҡабул итеү заводтарының был предприятиеға 300 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Умартасылыҡ иһә был хужалыҡҡа ярайһы ғына табыш килтерә.
Предприятие етәкселеге ситтән килеп эшләгәндәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иткән, ферма йәнәшәһендә бина төҙөтөп, унда бер нисә кеше йәшәр урын тапҡан.
Андрей Владимирович киләсәккә маҡсаттары менән дә уртаҡлашты. Мал һанын арттырырға, киләсәктә ҡымыҙ етештерергә уйлайҙар.