Теҙген оҫта ҡулдарҙа08.01.2019
Теҙген оҫта ҡулдарҙа
Илсеғолдар малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һыр бирмәй.

Ауыл хужалығы предприятиеларының күпселегендә финанс-иҡтисади хәл малсылыҡҡа бәйле. Малың ишле, уға аҙыҡ та етерлек булһа, техникаң геүләп эшләһә, уңышлы һәм табышлы көн итә алаһың. Райондың “Илсеғол” ауыл хужалығы кооперативы бөгөн тап шундайҙар иҫәбендә, ауыл эшсәндәре малсылыҡта ла, үҫемлекселек өлкәһендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, йәмғиәт данын йыраҡтарға тарата.

Хужалыҡтың алдынғылар рәтенә сығыуына идара теҙгенен оҫта ойоштороу­сы, тәжрибәле һәм уңған етәксе Роман Васильевич Жнейкиндың үҙ ҡулына алыуы булышлыҡ иткәндер, моғайын. Бөлгөнлөккә дусар булған “Большевик” колхозы базаһында ойошторолған кооперативта элек-электән малсылыҡҡа етди иғтибар бүленә, тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, ул республиканың күп кенә хужалыҡтарын сифатлы мал менән тәьмин итә. Йыл һайын кооператив 100-гә яҡын баш мал һатып, үҙ ҡаҙнаһын байыта. Етәкселек ауыр йылдарҙа ла мал һанын кәметеүгә юл ҡуймай, киреһенсә, арттырыуға өлгәшә.

Бөгөн “симменталь” тоҡомло 1220 баш мал заманса механизацияланған һөтсөлөк фермаларында аҫрала. Бында ҡул көсө ҡулланмайҙар тиерлек. Йәй яҡшы ремонт үткәргәндәр, мал иркен йөрөһөн өсөн ялан кәртәләр эшләнгән, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы ҡуралар булдырылған. Малсыларға уңайлы шарттар тыуҙырылып, белгестәргә эш бүлмәһе ҡаралған. Етәкселек тарафынан һәр кемгә иғтибар һәм ихтирам булғас, һәлкәүҙәр юҡ, эш һорап килеүселәр күп.

Ҡышҡылыҡҡа ауыл эшсәндәре етерлек күләмдә мал аҙығы етештергән, бесән-һаламға ҡытлыҡ тойолмай, алты силос соҡоро аҙыҡ менән тулы. Шартлы бер баш малға 40 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.

– Мал ҡышлатыу уңышлы ғына бара. Ойоштороу эше яҡшы ҡуйылғас, әҙерлек кимәле юғары булғас, ҡыйынлыҡтар кисермәйбеҙ, – ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Флүр Йосопов. – Әле малдар теремек һәм көр. Эшселәрҙең күңеле күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, эш һөҙөмтәһенә ҡарап, премия ла бүленә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай аҙыҡ та бирелә.

Әйткәндәй, йәмғиәттә өс ауыл халҡы мәшғүл. Хеҙмәт хаҡын бында тотҡарламаҫҡа тырышалар, шуға ла эштән китеүселәр юҡ. Ә эшсе ҡулдар һәр ерҙә лә кәрәк бит.

Бөгөн 100-гә яҡын кеше хужалыҡ йөгөн тарта. Ололар менән бер рәттән бында егет һәм ҡыҙҙар ҙа тырышып эшләй. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан белгестәр ҙә бар. Алмаш үҫә.

“Илсеғол”да зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Яһалма ҡасырыу белгесе Гүзәлиә Яхина үҙ эшенә яуаплы ҡарай, үлем осрағы ла кәмегән. Йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә. Күптән түгел Ауырғазы яҡтарынан 50 баш йәш тана һатып алып ҡайтҡандар. Әле 360 баш һауын һыйыры бар. Көнөнә 1,5 тонна һөт һауып алалар. Миәкә май заводы ла йәмғиәттең һөтөнә өҫтөнлөк бирә. Малдарҙың ауыҙынан аҙыҡ өҙөлмәгәс, ул төрләндереп тә бирелгәс, көндәлек тулайым һауым арта.

Хужалыҡ, һөт етештереүҙән тыш, ит һатыу менән дә шөғөлләнә. Иркен ялан кәртәләрҙә бөгөн 300-ләп баш мал һимертеүгә ҡуйылған. Сифатлы продукция район, республика баҙарҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.

“Илсеғол”да үҙ эшенең оҫталары йыйылған, һәр кем намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Һауынсылар Рәмзилә Мөхәмәт­йәнова, Ирина Турайәнова, Люциә Шәрипова, Гөлнур Арыҫланова, көтөүселәр Илфат Мөхәмәтйәнов, Фаил Йыһангиров, Фидан Хәлимовтарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.


Вернуться назад