100 мең һум алғандар күпме?06.01.2019
Йыл һѳҙѳмтәләре буйынса Рәсәйҙә айына100 мең һумдан күберәк эш хаҡы алғандарҙың һаны 0,3 процентҡа артып, 4,4 процент тәшкил иткән, ти «РИА-Рейтинг» аналитик агентлығы. 17 тѳбәктә иһә яҡшы эш хаҡы алыусылар һаны ил күрһәткесенән юғары, ә ҡалған тѳбәктәрҙең 50 процентында был күрһәткес 1,6 процентҡа ла етмәй.

Башҡортостанда иһә айына 100 мең һум эш хаҡы алғандар 1,85 процент. Ил буйынса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға кәм, йәғни 37-се урында торабыҙ. Волга буйы федераль округында Пермь крайы – беренсе, беҙ иһә икенсе баҫҡыста, ѳсѳнсѳ урында – Һамар ѳлкәһе.

Иң яҡшы эш хаҡын Ямал-Ненец автономлы округында түләйҙәр, айына 100 мең һумдан күп эш хаҡы алғандар 27,03 процент тәшкил итә. Унан һуң Чукот (26,19 процент) һәм Ненец (20,02 процент) автономлы округтары килә. Иң түбән күрһәткес Адыгей Республикаһында - 0,59 процент.




Вернуться назад