Башҡортостанда йәнә бензинға хаҡтар артты. Шулай итеп “Башнефть” автозаправкалау станцияһында хаҡтар түбәндәгесә: АИ-92 – 40,95 һум (+65тин), “Атум 92” – 41,55 һум (+65 тин), “Атум 95” – 44 һум (+70 тин), ДТ – 46,25 һум (+75 тин).
“Лукойл”да шулай уҡ яғыулыҡ ҡиммәтләнде: АИ-92 “Экто” – 41 һум (+70 тин), АИ-95 “Экто” – 45,75 һум (+76 тин), АИ-100 “Экто” – 52,38 һум (+88 тин), ДТ – 47,70 һум (+80 тин).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тапҡыр дизель яғыулығына хаҡтар былтыр ноябрҙә күтәрелгәйне. Нефтселәр әйтеүенсә, хаҡтар артыуы НДС-тың күтәрелеүе менән бәйле.