Йүнселдең көндәлегенә26.05.2012
Йүнселдең көндәлегенә"Лизинг старт-ап"ҡа кемдәр мохтаж?

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы быйыл да раҫланды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 100 миллион һум, ә федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум бүленә.
Әйткәндәй, быйылғы программа үткән йылдағыларынан һиҙелерлек айырыла. Мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам хәҙер район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан бүленәсәк. Шулай уҡ моно-ҡалаларға ла (ҙур предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килгән ҡалалар) эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн субсидиялар ҡаралған.
2012 йылғы программала ярҙамдың өр-яңы төрҙәре лә бар. Мәҫәлән, "лизинг старт-ап" – лизинг түләүенең тәүге өлөшө (1 миллион һумға ҡәҙәр) яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға кире ҡайтарыла. Лизинг, кредиттан айырмалы рәүештә, эшҡыуарға һалым түләүҙәрендә ташлама, залогһыҙ финанс ярҙам кеүек өҫтәмә мөмкинлектәр бирә.
Шулай уҡ уҡыу йортон быйыл тамамлаусы йә студент эшҡыуарҙарға ла үҙ эшен башлауҙа ярҙам күрһәтелә.

Студент та, эшҡыуар ҙа бул!

Уҡыу йортон яңы тамамлаусы йәки студент эшҡыуарҙарға грант-субсидия 30 йәшкә ҡәҙәр бирелә. Төп талап – йүнсел үҙ эшенә һораған ярҙамдың кәмендә 15 процентын һалған булырға тейеш. Әгәр ярҙам күләменең 300 мең һумға тиклем икәнен иҫәпкә алғанда, 45 мең һум эшҡыуар тарафынан эшкә һалынған йә уның иҫәбендә булырға тейеш. Шулай уҡ субсидияға дәғүә итеүсенең үҙ эшен теркәгәненә йыл, ә уҡыу йортон тамамлағанына ике йыл үтмәгән булыуы ла мотлаҡ.
Субсидия алыу өсөн эшҡыуар үҙенең бизнес-проектын, сығымдар сметаһын, килешеү проекттарын һәм башҡа талап ителгән документтарҙы дөрөҫ итеп тапшырырға тейеш. Шулай уҡ Эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлаусы коммерцияға ҡарамаған ойошманан да ыңғай баһалама алыуы зарур.
Әлеге ваҡытта субсидияға документтар ҡабул ителә башлаған да инде. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының эшҡыуарлыҡҡа ярҙам бүлегенең 8(347) 272 18 26 телефонынан шылтыратып, йә www.mbis.bashkortostan.ru сайтына инеп белә алаһығыҙ.

Ҡайҙан аҡса табырға?

Эйе, эшеңде артабан үҫтереү өсөн аҡса табыу күп эшҡыуарҙар өсөн киҫкен мәсьәләгә әйләнә. Был мәлдә "Башҡортостандың микрофинанслау үҙәге" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамға килә ала.
Үҙәк йүнселдәрҙе 50 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем, йылына 10 процент менән кредитлай. Әммә финанс ярҙамға өмөт итеүсенең үҙ эшен теркәгәненә кәмендә өс ай үткән булырға тейеш, шулай уҡ эшмәкәрлек әйләнеше лә үҙәкте ҡәнәғәтләндереүе зарур. Тик шуныһы – эшҡыуарҙан бизнес-план талап ителмәй, ә кредит биреү-бирмәү тураһында ҡарар өс көн эсендә сығарыла. Әлбиттә, аҡса һораусынан залог талап ителә: ул торлаҡ, автотранспорт йә ҡорамал булыуы мөмкин.
Бөгөнгә йөҙҙән ашыу йүнсел үҙәккә мөрәжәғәт итеп, үтескә аҡса алған да инде. Бында хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың яртыһынан күберәге – ауыл ерендә көн итә. Әгәр һеҙ ҙә ярҙамға мохтаж икәнһегеҙ, 295 24 35 телефонынан йә www.centerrb.ru/ сайтынан мәғлүмәт ала алаһығыҙ.


Вернуться назад