Әбйәлилдә лә инвесторҙар йәшәй...26.05.2012
Әбйәлилдә лә инвесторҙар йәшәй...Айрат Әминевте лә, һис шикһеҙ, улар иҫәбенә индерергә була
Затлы “BMW” автомобиленән килеп сыҡҡан был урта йәштәрҙәге ир-егетте һис тә ошо ауыл кешеһе тип уйламаҫһың. Беҙгә лә ул Асҡарға ял итергә килгән сит төбәк кешеһе кеүек күренде. Яңылышҡанбыҙ икән, Айрат Зиннәт улы Әминев – бөгөн Әбйәлилдең иң уңышлы эшҡыуарҙарының береһе. Баҙарҙар, ҡунаҡханалар, магазиндар хужаһының бөгөнгөһөнә ҡарап, эшҡыуарлыҡҡа бынан ни бары ете йыл элек кенә тотонған, тип һис кенә әйтмәҫһең. Шуға ла уңышының сере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Тәүге бизнес-проекты табыш килтермәй


– Асҡар ауылында тыуып үҫтем. Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлымды комсомолда башланым. Унан һуң да байтаҡ урында эшләргә тура килде, – тип үҙе менән таныштырҙы әңгәмәсебеҙ. Әммә һәр башланғыстың нигеҙе була бит.
– Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотоноп киттегеҙ? – тип ҡыҙыҡһындыҡ йүнселдән.
– Беренсенән, һәр кем бөгөнгөһөнән яҡшыраҡ йәшәргә ынтыла. Минеңсә, бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә йүнсел: нимәлер һатып алабыҙ, һатабыҙ бит. Был — заман талабы. Хатта чиновниктың да йүнсел булыуы мөһим, был сифатҡа эйә түгел икән, дәүләткә уның кәрәге юҡ. Урынынан ҡуҙғалырға ла теләмәй ултырғанға кем мохтаж? – тип һөйләп алып китте ул.
Эшҡыуар әйтеүенсә, һәр кемдең күңелендә үҙенә ҡарата баһа йөрөй. Билдәле бер ваҡыт еткәс, ҡайһы берәүҙәр үҙенең артабан башҡаларҙың ҡулы аҫтында эшләй алмағанлығын төшөнә. Шуға күрәлер, үҙ эшеңде ошоно аңлағас ҡына башлап була, унан алда ла, һуңғараҡ та тотоноуҙан әллә ни фәтүә юҡ, тип иҫәпләй Айрат Зиннәт улы. Мәҫәлән, етәксең менән күп мәсьәләләр буйынса риза түгелһең, ул дөрөҫ эшләмәй тип уйлайһың. Һинең үҙ фекерең, үҙ ҡарашың бар. Тап шундай мәлдә күптәр үҙенең әлеге кимәленән үҫкәнлеген һәм етди эштәргә тотонорға кәрәклегенә төшөнә лә инде. Айрат Әминев менән дә тап шулай килеп сыға, ул эшҡыуарлыҡҡа дүртенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡас ҡына тотона.
Сер түгел, аҡсаһыҙлыҡтан йүнселлеккә тотоноп киткәндәр ҙә бар, әлбиттә. Ғаиләһен тәьмин итергә мөмкинлеге юҡлыҡтан. Беҙҙең илдә күптәр эшҡыуарлыҡҡа тап ошо сәбәптән тотона. Быны ла инҡар итмәй Айрат Зиннәт улы.
Йүнселдең беренсе бизнес-проекты күмәртәләп сауҙа итеү базаһы һәм туҡталыштар комплексы булған. Ғөмүмән, эшҡыуар бөгөн дә Асҡарҙа ғына эш алып бара, башҡа тарафтарға сығырға әллә ни атлығып тормай. “Миңә бында уңайлы, ни тиһәң дә, атай-олатайҙарым да ошонда йәшәгән бит”, – ти ул. Шулай итеп, ул бында Магнитогорск ҡалаһынан туҡталыштар комплексын алып килеп урынлаштырырға ҡарар итә. Уның был аҙымынан бөтәһе лә ота ғына: Асҡар ҙа күркәмләнеп, ниндәйҙер кимәлдә ҡалаға оҡшап ҡала. Маршрут автобусы йөрөй башлай, халыҡ уларҙы урам ситендә түгел, ә туҡталыштарҙа көтөр булып китә. Ошонда уҡ үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып ала ала. Йәғни цивилизацияға шулай тағы бер аҙым яһала.
Эшҡыуар фекеренсә, иң тәүҙә, килеп сығамы-юҡмы, һәр ваҡыт башлап ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, туҡталыштар комплексы Айрат Зиннәт улына табыш килтермәй, киреһенсә, сығымлы була. Күмәртәләп сауҙа итеү базаһы ла, Магнитогорск яҡын булғанлыҡтан, артыҡ үҫешә алмай. Әммә бындай ҡаршылыҡтарға баш эйергә һәм эшенән төңөлөргә ашыҡмай ул. “Бизнеста иң мөһиме – башлауҙан ҡурҡмау. Унан да мөһимерәге, әгәр һин һайлаған тармаҡ уңышһыҙ икән, сығымдарыңа ҡарамаҫтан, ваҡытында туҡтай белергә кәрәк. Бындай бизнестың тамам бөлдөрөүе лә бар”, – тип уңыш серҙәре менән уртаҡлашты хужа.
Ҡайһы берәүҙәр күпме генә ныҡышмаһын, эшенең һөҙөмтәһе лә, табышы ла юҡ. Ундайҙар Айрат Зиннәт улының таныштары араһында ла етерлек, баҡһаң. Уларҙан өлгө алырға кәңәш итмәй эшҡыуар. Әгәр эшең бармай икән, тимәк, халыҡта уға ихтыяж юҡ.

Әбйәлилдә лә инвесторҙар йәшәй...Райондың инвесторы

Беҙҙе эшҡыуарҙың тәүге эшен ниндәй аҡсаға ойоштороуы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
– Мин эшемде 17 йәштә башламаным бит, 40 йәшкә аяҡ баҫҡайным. Йәшермәйем, банктарға мөрәжәғәт итергә лә тура килде. Тәүҙә еңелдән булманы. Беренсе баҙарҙы төҙөгәндә бигерәк ҡыйынға тура килгәйне. Ә хәҙер кредитһыҙ тиерлек эшләйбеҙ, бөтә нәмә яйға һалынған, – тип төшөндөрҙө йүнсел.
Уның фекеренсә, бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡырға, уларҙы фаразлап артҡа сигенергә ярамай. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тиҙәр бит. Айрат Зиннәт улының төҙөлөш материалдары баҙарын нисек төҙөүен миҫалға килтерергә була. Элегерәк һәр шөрөп һәм ҡаҙау артынан халыҡҡа ҡалаға юлланырға кәрәк булһа, бөгөн бында бөтәһе лә бар. Эшҡыуар уның төҙөлөшөнә “Социнвестбанк”тан 2 миллион һум күләмендә кредит ала, уға тәүге мәлдә ай һайын кеҫәһенән 110 мең һум сығарырға тура килә. Күптәр бындай бурыстан төн йоҡоһонан яҙыр ине. Айрат Зиннәт улы тыныс ҡына төҙөлөштө дауам итә һәм теүәл дүрт айҙан баҙар кредитты ҡапларлыҡ табыш та килтерә башлай. “Эшеңде башлауҙан ҡурҡмаҫҡа, ә башлаһаң, ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа” – бөгөн ошо һүҙҙәр уның эшмәкәрлегенең асылын сағылдыра.
– Бер уҡытыусым һөйләгәне хәтерҙә: АҠШ миллионерынан, “Ниңә һиңә миллион?” тип һорағандар. Теге “унан тағы бер миллион эшләү өсөн”, — тип яуап ҡайтарған. “Ә уныһы һиңә ни өсөн?” — тип һорағандар. “Унан да тағы бер миллион эшләргә”, — тигән теге кеше. Ошо миҫал бәләкәйҙән хәтеремдә һеңеп ҡалғайны. Хәҙер төшөндөм: уҡытыусым һөйләгән ошо система бөгөн беҙгә лә килеп етте, – тип һөйләй Әбйәлил йүнселе. – Бизнесыбыҙҙы үҫтерәбеҙ, киңәйтәбеҙ икән, был беҙҙең ҡомһоҙлоҡто йәки тағы ла күберәк аҡса теләүҙе аңлатмай. Бары бизнес ҡануны, беҙҙең эшебеҙ. Уның асылы бит ошонда – үҫешеү, өҫтәлмә ҡиммәт булдырыу. Ни тиһәң дә, бер һум табыш алыр өсөн беҙ бер һум аҡса һалабыҙ һәм тағы ла бер һумды ситтән килтерәбеҙ.
Айрат Әминев әле үҙен Асҡар өсөн тулы кимәлдәге инвестор тип иҫәпләй. Был дөрөҫлөккә тап килә. Әгәр бөгөн утыҙ сауҙа павильоны төҙөй икән, тимәк, утыҙ эш урыны булдыра. Әйткәндәй, баҙар өсөн ерҙе ул үҙ аҡсаһына шәхси ҡулдарҙан һатып алған, ҡайһы берәүҙәр кеүек дәүләттән бер тин дә һорамаған. Шул ерҙә иҫке өйҙә йәшәгәндәр өсөн өр-яңынан йорт һалып биргән. Киләсәктә был баҙарҙың һәр павильоны дәүләткә етешәр мең һум күләмендә һалым килтергәндә лә, дөйөм алғанда ҡаҙна ай һайын ике йөҙ мең һумға тулыланасаҡ. Бөтәһе лә төшөнә – бынан дәүләт ота ғына. Әммә, үкенескә ҡаршы, чиновниктар араһында ошоно аңларға теләмәгәндәр ҙә бар. Бөгөн Дмитрий Медведев менән Владимир Путин да, Рөстәм Хәмитов та эшҡыуарлыҡты үҫтереү зарурлығы тураһында күп һөйләй. Әммә ҡайһы саҡ “дилбегәнең осо” үҙенең генә ҡулында тип уйлаған урындағы бер чиновник бөтә эшкә кәртә тыуҙырып ултыра. Ҡасан шундай “аяҡ салыусылар” кәмер икән – ошо ғына аптырата эшҡыуарҙы. Улар, киреһенсә, үҙҙәре һәр инвесторҙы аҡса һалырға өгөтләп йөрөргә тейеш кеүек тә...
– Ике ҡунаҡханабыҙ бар, “Магнит” магазины, кафе, тантаналар залы, автосервисыбыҙ эшләй. Асҡарҙағы шиномонтажды ла, беренсе автойыуғысты ла мин асҡайным. Тәүге мәлдә ғәжәпләнеүселәр булды, йәнәһе, ауыл ерендә кемгә кәрәге тейер икән? Элегерәк берәү ҙә машинаһын автойыуғыста йыуырмын тип башына ла килтермәгәндер. Ә хәҙер сират теҙелеп тора, сөнки машиналар ҡиммәт, элекке һымаҡ йылғанан алынған һыуҙа сепрәк менән йыуырға теләмәйҙәр, ваҡыттары ла юҡ, – тип йылмая йүнсел.
Эшҡыуарҙың ике баҙары ла табышлы эшләй. Фитнес-клубҡа ла халыҡ теләп йөрөй. Бильярд клубы ла күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән. Шуға күрә хәҙер йыл һайын бында бильярд яратыусылар араһында махсус турнир ойошторола. Бөгөн Айрат Зиннәт улы өс-дүрт тиҫтә кешегә эш урыны булдырған, төҙөлөш мәлендә уларҙың һаны тағы ла артып китә. Әйткәндәй, бер ҡасан да төҙөлөшкә гастарбайтерҙар йәлеп иткәне юҡ икән. “Үҙебеҙҙең халыҡ та бик тырыш”, – ти ул. Эш хаҡы һәр йома һайын түләнә, былай хужаға ла, хеҙмәткәрҙәренә лә уңайлыраҡ.

Хыялланыуға ҡарағанда, нимәлер эшләү отошлораҡ

Әммә Айрат Зиннәт улының күңелен әсендергән мәсьәләләр ҙә етерлек.
Асҡарҙың уртаһында сауҡалыҡ бар, урындағы халыҡтың күпселегенең бала сағы шунда үткән. Элегерәк бөтәһе лә ошонда килеп ял итер булған. Әммә бынан яҡынса тиҫтә йыл элек бер чиновник уны яптырыуға өлгәшә, йәнәһе лә, яңы үҫентеләр ултыртҡас, ҡабаттан тергеҙәсәк. Ҡарт ағастарҙы ҡырҡтыра. Әммә сауҡалыҡ бөгөн дә ошо ташландыҡ хәлдә ябылған килеш тора. Бала-саға, йәштәр унда ял итә алмай, ә бына иҫеректәрҙең һәм төрлө әтрәгәләмдәрҙең яратҡан урынына әйләнгән икән.
Эшҡыуар сауҡалыҡты ҡуртымға алырға теләк белдергән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уға бынан әллә ни табыш та булмаясаҡ, был әле үк билдәле. Әммә һәр эшҡыуарҙың аҡса килтермәгән, әммә уның имиджын һәм абруйын үҫтергән проекты була. Айрат Зиннәт улы ла был ерҙә ауылдаштары кешесә матур итеп ял итә алһын өсөн күркәм генә парк булдырырға теләгән. Өфөләге Якутов паркы кеүегерәк. Ҡунаҡханаһы ла сауҡалыҡҡа терәлеп ултыра бит.
Әммә чиновниктар араһында был башланғысты аңламаусылар табыла. Эшҡыуар үҙе түләргә, үҙе эшләргә һәм төҙөкләндерергә теләй – юҡ, улар ҡаршы. Йәнәһе лә, бында халыҡ төҙөлөш эштәре алып барасаҡ. Әгәр паркта ул бөтөнләй т-ыйылған икән, ниндәй төҙөлөш тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин?
Тағы бер мәсьәлә тынғы бирмәй уға. Бөгөн район һәм ауыл кимәлендә эшҡыуарҙың зарын ишетеүсе юҡ, ул шуға борсола.
– Республикала Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесе бар. Ни өсөн район буйынса ошондай вазифа юҡ – ошоно ғына төшөнә алмайым. Эйе, район башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары бар – әммә уның башҡа мәсьәләләрҙән башы әйләнгән, бүтәндәренә хәле лә, ваҡыты ла ҡалмай. Уны йүнселдең проблемаһы түгел, ә нисек отчетын ваҡытында биреп бөтөү мәсьәләһе борсой. Яңы эш башлағандар нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй йонсой. Ябай ауыл йүнселенә үҙ мәсьәләһен хәл итер өсөн сәғәттәр, хатта көндәр буйы сиратта торорға тура килә. Шуға күрә, минеңсә, район кимәлендә лә эшҡыуарҙы тыңлаған, уны ишеткән вазифа булырға тейештер, моғайын.
“Минең өсөн иң мөһиме – ғаиләм”, – ти бөгөн эшҡыуар. Ғөмүмән, ғаилә бизнесы һәр ваҡыт уңышлыраҡ эшләй тигән фекерҙә ул. Ҡатыны Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар район хакимиәтендә эшләгән, әммә Айрат Әминев, бизнесы киңерәк ҡолас алғас һәм үҙе генә өлгөрә алмай башлағас, бергәләп эшләргә тормош иптәшен дә саҡыра. Дәүләт хеҙмәтендәмен бит, тип уныһы тәүҙә ҡаршы килеп маташа. Сер түгел, бөгөн бик күптәр тотороҡло тип дәүләт хеҙмәтенә ынтыла. “Олоғайһаң, беҙҙең бер киоск ҡына һине пенсия менән тәьмин итә аласаҡ, тинем дә ҡуйҙым”, – тип көлә хәҙер Айрат Зиннәт улы. Хәҙер хужабикә ҡунаҡхана комплексына идара итә. Үҙе иһә, нигеҙҙә, бизнесын артабан киңәйтеү менән мәшғүл.
Айрат Зиннәт улы менән Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙының Айҙар исемле улдары бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Ул ата-әсәһе уҡыған университетҡа барырға теләк белдергәс, ҡаршы төшмәгәндәр. Каникул ваҡытында уға ла йыш ҡына ғаилә шөғөлләнгән мәшәҡәттәргә “сумырға” тура килә икән. Шулай уҡ Әбйәлил эшҡыуарының оло йәштәге әсәһе Нәжиә лә балалары менән бергә көн итә, улын да, киленен дә һәр башланғыста хуплап тора.
– Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн һәр кем үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға тейешме? Уңышлы эшҡыуар булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? – тип һораныҡ беҙ.
– Бында ике төрлө фекер йөрөтөргә була. Бер уйлағанда, ни тиклем тиҙерәк башлайһың, шул тиклем тиҙерәк аяғыңа баҫаһың. Икенсе яҡтан, һәр өлкәлә уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәйҙер кимәлдә тормош тәжрибәһе талап ителә. Тәжрибәһеҙ, ярҙамһыҙ, үҙ көсөң менән генә эшеңде башлап алып китеүе еңелдән түгел. Хәҙер бөтә ауылда ла һәр бизнес төрөнөң бәләкәй генә “монополисы” бар. Шулай уҡ эшеңдә дөрөҫ йүнәлеш таба белергә лә кәрәк, был да тәү ҡарашҡа ғына еңел кеүек. Бөгөн бит эшҡыуарҙар бөтә йүнәлештә лә эшләй, улар һинең менән икмәген бүлешергә атлығып тормай. Шуға күрә уларҙан яҡшыраҡ эшләргә, күпкә ныҡышыраҡ булырға тура киләсәк, – тип фекер йөрөтә Айрат Зиннәт улы.
– Ете йыл эсендә ошондай уңышҡа өлгәшкәнһегеҙ. Һеҙгә нимә ярҙам итте? – тип ҡыҙыҡһындыҡ эшҡыуарҙан. Ни тиһәң дә, Айрат Әминевтең миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ.
– Әлбиттә, ҡара тиргә батып тырышмайынса, ныҡышмайынса бер ниндәй ҙә уңыш килмәйәсәк. Шулай уҡ төрлө яҡлап фекер йөрөтә белеү ҙә кәрәк – быныһы иң мөһиме. Бик күптәр тап ошоно онота. Мәҫәлән, мин ҡайһы саҡ төнөн уянып китәм дә өр-яңы проекттар тураһында уйлана-уйлана сәй эсәм. Көндөҙ йыйылған мәшәҡәттәр, өс-дүрт сәғәт йоҡлап алһаң, онотола һәм һин айыҡ аҡыл менән фекерләй башлайһың. Шундай мәлдә төрлө идеялар, уларҙы хәл итеү юлдары үҙҙәре үк алдыңа килеп баҫҡан кеүек була, – тип беҙгә серен систе Айрат Зиннәт улы һәм кәңәштәре менән бүлешергә лә онотманы:
– Эшҡыуарлыҡҡа яңы тотонғандарға, бигерәк тә йәштәргә, әйтер һүҙем – ҡурҡмаһындар. Нимәлер тураһында хыялланып ятыуға ҡарағанда, уны тормошҡа ашырып ҡарау күпкә отошлораҡ. Әгәр күңелең ятҡан эшкә урынлашыу мөмкинлеге булманы икән, бер нәмәгә ҡарамай эшҡыуарлыҡҡа тотонорға һәм эшләргә кәрәк. Әгәр башланғысың үҙең теләгәнсә бармай икән, ҡурҡма, йүнәлеште үҙгәрт. Бөгөн арабыҙҙа һәр кем бизнес менән шөғөлләнергә тейеш. Даими эш урының булғанда, был турала уйланмаҫҡа ла мөмкин, әммә бер көн килеп эшһеҙ ҡалһаң, тап ул һиңә ярҙамға киләсәк һәм ғаиләңде, үҙеңде матди яҡтан һәм эш менән тәьмин итәсәк бит.
Бындай кәңәштәргә ҡолаҡ һалмау мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, Айрат Зиннәт улы быны үҙенең эше һәм уңышы менән раҫлаған. Тимәк, теләк һәм ныҡышмаллыҡ булғанда, башҡалар ҙа быны һис һүҙһеҙ булдыра ала.
Рәшит Зәйнуллин


Вернуться назад