Табын түрендә – ҡышҡы бәшмәктәр04.01.2019
Хәйбулла эшҡыуары аҡ көләпә үҫтерә.

Төбәк өсөн бер аҙ ятыраҡ күренгән шөғөлдө үҙ итеп, ҡыш тупырлатып бәшмәктәр һата Атингән уҙаманы тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, уны үҫтереүсе менән яҡындан танышырға булдыҡ.

Яңылышмағанбыҙ, Фәнил Моста­фин­дың шампиньондары көндөң һыуыҡлығына ҡарамай, йылы бүл­мәлә, әйтерһең дә, ямғырҙан һуң ҡалҡ­ҡандай, тупырлашып үҫә. Һоҡ­ланғыс күренеш бер аҙ аптыратты ла, хайран да итте. Районда тәүге­ләрҙән бәшмәкселек эшенә тото­норға йөрьәт иткән эшҡыуар үҙ эше­нең оҫтаһы ғына түгел, һүҙгә лә ма­һир булып сыҡты. “Ни өсөн бәшмәк?” тигән һорауыма ул: “Ауылда башҡа ни эшләйһең? – тип йылмайҙы ла бер аҙҙан, – ятыраҡ шөғөл булһын, тинем, үҙемә лә был өлкә аҙыраҡ таныш”, – тип яуапланы.

Юлиә менән Фәнил Мостафин­дарға бер нисә йыл Шишмә районында эшләргә насип итә. Ул ҡошсолоҡ фермер хужалығының инкубация цехы мөдире була. Буш ваҡытында дуҫы Руслан менән бәшмәкселек тармағын да өйрәнә, бәләкәй генә урында уны үҫтереп тә ҡарайҙар. Йәшәү өсөн торлаҡтың булмауы, уны һатып алырға хәлдәренән килмәүен аңлаған йәштәр тыуған яғына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә.

– Ҡайттыҡ та бер аҙ юғалып ҡал­дыҡ, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Эш юҡ, тик ятып та булмай. Үҙ эшебеҙҙе асып ҡарау теләге тыуғас, йәнә аптырашта ҡалдыҡ. Игенселеккә тотонорға сәсеү өсөн ерҙәре лә, техника ла юҡ, автосервис асҡы килмәй, магазин тотоу ҙа хәҙер килемле түгел. Шул саҡ күңел төбөндәге йөрөгән уй “ҡалҡып” сыҡты. Бәшмәк үҫтереп ҡарарға! Ни тиһәң дә, уны йыл әйләнәһенә үрсетеп була, икенсенән, эште нисек башларға икәнлеген дә беләм. Туғандарҙың береһе лә риза булманы, дөрөҫөрәге, ышанманы. Нисек инде Хәйбуллала бәшмәк үҫһен, тине улар. Тәүәккәлләнем шулай ҙа.

Тәүҙә эшҡыуар элекке колхоздың буш торған ашхана бинаһын ҡуртым­ға ала. Стеналары ғына һерәйеп ҡалған бинаны ремонтлап сығыуға ла байтаҡ сығым китә. Район хакимиәте 300 мең һумлыҡ субсидия бүлә. Буш торған ашхананың өс хужаһы барлығы асыҡлана, шунлыҡтан Фәнил Йәмил улы буш торған икенсе иҫке бинаны – элекке колхоз кәнсәһен артабан һатып алыу теләге менән йәнә ҡуртымға ала. Тишектәрҙән ел өрөп торған, тәҙрәһе һәм ишеге булмаған бина бер ай тигәндә, тейешенсә капиталь ремонттан һуң, әҙер була. Утын яғып йылытылған бүлмәлә бәшмәк үҫтереү өсөн махсус ағастан кәштә-стеллаждар эшләнелә. Түбәнән алып стенаға тиклем бар әйберҙәргә махсус дезинфекция үткәрелә.
Бәшмәк ҡояштан ҡурҡа, ҡорола кибә. Шунлыҡтан бүлмәлә махсус температура булыуы мотлаҡ. Аҡ көләпә өсөн махсус компост Яр Саллы ҡалаһынан “ТатГриб” компанияһынан ҡайтарылған.

Әле шампиньондарҙың өлгөргән сағы: уңыш йыйғанда улар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Шулай уҡ дымлылыҡтың кимәлен боҙорға ярамай, сөнки бындай төр бәшмәктәр бик нәзәкәтле, үҙенә айырым иғтибар талап итә. Йыйыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар: махсус бирсәткәләр ярҙамында иң ҙурҙарын өрөлдөрөп алырға ла үткер бысаҡ ярҙамында аҫҡы өлөшөн ҡырҡырға. Бик һаҡ ҡына махсус кәрзиндәргә теҙеп барыу талап ителә.

Күҙҙең яуын алыр эре һәм аҡ шампиньондар күрше Ырымбур өлкәһенең Орск һәм Гай ҡалаларына оҙатыла. Әлегә уларҙың бер килоһы 250 һум торһа, күмәртә­ләп һатҡанда эшҡыуар килограмын 200-әр һумдан тапшыра. Әйткәндәй, был бәшмәкте оҙаҡ һаҡлап булмай, ул тиҙ ҡарая. Шулай уҡ Хәйбулла бәшмәген Өфөнән һораусылар ҙа бар, әммә эшҡыуарҙың бәләкәй бүлмәлә генә үҫтергән аҡ көләпәләре барыһының да ихтыяжын әлегә ҡәнәғәтләндереп бөтмәй. Хатта районда йәшәүселәр ҙә экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡты һатып алып өлгөрмәй ҡала, ул шунда уҡ бөтә.

– Кешеләрҙең беҙ үҫтергән бәш­мәк­кә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы, ихтыяжы көндән-көн арта, шунлыҡтан был эште артабан да йәйелдерергә һәм киңәйтергә иҫәп бар. Кредит бурысына батһаҡ та, эште артабан алып китергә теләк ҙур, – ти Фәнил Мос­тафин.

Йылына 40-50 тонна бәшмәк етеш­терергә хыяллана эшҡыуар. Бәшмәкселек тармағы Хәйбулла ра­йонында ғына түгел, тотош республика биләмәһендә лә киң үҫеш алмаған. Шунлыҡтан был кәсепте үҙ итеүселәр өсөн гранттар йәки банк­тан кредит алыу өсөн махсус программалар ҡаралмаған. Әлегә Атингән ауылында ҡыштың һыуы­ғына ҡарамай, ҡоро һәм дымлы бүл­мәлә тупырлашып аҡ көләпәләр үҫә...

Сифатлы ла, тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡты бөгөн бәшмәк яратыу­сылар ихлас һатып ала. Бәшмәк­селек тар­ма­ғын яйға һалыу, уны артабан үҫте­реү өсөн иһә был эште башлаған эш­ҡыуар ярҙамға мохтаж. Теләктең булыуы ғына түгел, уның хупланыуы ла фарыз.


Вернуться назад