Республикабыҙ кредит алыусылар иҫәбе буйынса ил төбәктәре араһында алтынсы урынға сыҡҡан.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтырғы туғыҙ айҙа 271 мең кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған, 2016 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, был – 6,8 процентҡа күберәк.
Кредитты ниндәй маҡсатта ҡулланалар? “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның 27,9 проценты – ремонт яһауға, 22,9 проценты – машина һатып алыуға, 7,7 проценты күсемһеҙ мөлкәткә эйә булыуға китә икән.