1 ғинуарҙан илебеҙҙә плацкарт һәм дөйөм вагондарҙа йөрөү өсөн билет хаҡы 3,9 процентҡа артты. Ә кире тапшырып булмай торғандарын 5-20 процентҡа арзаныраҡ итеү ҡаралған.
Шуныһы бар: хәҙер билетты 90 көн алдан алырға мөмкин. Бындай осраҡта плацкарт вагонға бирелгәндәренә – 50 процент ташлама. Яҙғы каникулда уҡыусылар өсөн билеттар ярты хаҡҡа һатыла.
Купелы, “СВ”, “люкс” вагондарында урынға хаҡ миҙгелгә, аҙнаның көнөнә, пассажирҙар һанына бәйле. Йәнә шуныһы: бөгөндән алыҫҡа йөрөй торған поездарҙа купеға алынған билеттар кире ҡайтарылмай. Шул уҡ ваҡытта, алда әйтелгәнсә, уларҙың 5 – 20 процентҡа арзаныраҡ булыуы көтөлә.