Матурлыҡ ишек төбөнән башлана31.12.2018
Республикала подъездарҙы һәм ихаталарҙы капиталь ремонтлау буйынса күләмле программа старт ала. Киләһе алты йылда уны ғәмәлгә ашырыуға алты миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

Михаил Кирәев белдереүенсә, барлығы 26 мең подъезды ремонтлау талап ителә. Киләһе йылда дүрт мең подъезд һәм 487 ихата төҙөкләндереләсәк. Был эштәргә бер миллиард һум бүленә. Әлеге аҡса иҫәбенә йортҡа инеү урындары, иҙән һәм түшәмдәр ремонтланасаҡ, сарҙаҡ ишектәре һәм почта йәшниктәре яңыға алмаштырыласаҡ, энергияны һаҡлаған лампалар һәм хәрәкәт итеү датчиктары (ингәс, яна башлай) ҡуйыласаҡ, сүп-сар үткәргес клапандары, видеокүҙәтеү системаһы урынлаштырыласаҡ.



Вернуться назад