Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе декабрь айына пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслауҙы тамамланы.
Республика халҡын пенсия менән тәьмин итеүгә 2018 йылда 201 миллиард 100 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Яңы йылда пенсия таратыу 3 ғинуарҙа башлана, ул почта бүлексәләре эше режимы менән бәйле. 9 ғинуарҙан түләүҙәр ғәҙәттәге график буйынса барасаҡ. Әле Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1 миллион 200 мең пенсионерҙы хеҙмәтләндерә.