1 ғинуарҙан өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) 18-ҙән 20 процентҡа ҡәҙәр арттырыла. Был һалым тауар хаҡына индерелгән, йәғни һатып алыусы уны – һатыусыға, һуңғыһы дәүләт бюджетына түләй.
Ҡайһы бер тауарҙарға иһә 10 процент ташламалы ставка һаҡланасаҡ. Мәҫәлән, китаптарға, балалар кейемдәренә һәм ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә – шәкәргә, һөткә, йәшелсәләргә һәм башҡаларға ошо нигеҙҙә иҫәпләнәсәк.