Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул.“Арҡайым” сауҙа йорто ҡаланың үҙәгендә, Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан. Бер яҡтан, төрлө биҫтәләрҙән килеп йөрөргә бик тә уңайлы булһа, икенсенән, сауҙа йорто ҡала үҙәгенә үҙенсәлекле йәм һәм йәнлелек өҫтәй. Бында һәр саҡ халыҡ күп була.
Сауҙа йортонда “Магнит” магазины, кейем-һалым, көнкүреш тауарҙары, балалар өсөн тауарҙар һәм уйынсыҡтар һәм башҡа бутиктар, шулай уҡ дарыухана урынлашҡан. Тормош-көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙарҙың бер урында һатылыуы халыҡ өсөн айырыуса уңайлы. Ҡала буйлап магазин эҙләп йөрөргә түгел.
“Арҡайым”да ҡырҡлап эшҡыуар сауҙа эшмәкәрлеген алып бара. Уларҙың һәр береһе һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн тауарҙарҙың сифатлыһын ғына һайлап ҡайтарырға, хеҙмәтләндереү мәҙәнилеген күтәрергә тырыша. Мәҫәлән, Алена Феликс сауҙа үҙәге асылған тәүге көндән башлап ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ кейеме һата. Рәзилә Путинцева аҫыл заттарға матур-матур күлдәктәр тәҡдим итә. Валентина Цыплухина менән Динә Мотрич үҙҙәренең магазинын балалар кейемдәре һатыуға көйләгән. Марсель Абыҙгилдин ир-егеттәр өсөн затлы кейем менән сауҙа итә.
Кескәйҙәргә мауыҡтырғыс уйынсыҡтар алырға теләгән ата-әсә иһә Лилия Огурцова янына юл тота. Йәштәргә модалы сумкаларҙы Резеда Рәхмәтуллинаның сауҙа нөктәһендә һайларға була.
Күреүебеҙсә, тауар ассортименты буйынса эшҡыуарҙар бер-береһен ҡабатламай. Магазиндан магазинға йөрөп, халыҡ әйтмешләй, баштан аяҡ кейенергә мөмкин. Аҡсаң ғына булһын.
Шуны ла әйтәйек, сауҙагәрҙәр тауарҙы халыҡтың зауығына тура килтереп тәҡдим иткән бер ваҡытта, уларҙың һатып алыу һәләтен дә иҫәпкә ала. Сауҙа йортона район ауылдарынан да халыҡ күп килә. Уларҙың түләү мөмкинлеген ҡала халҡыныҡы менән тиңләштереү урынлы булмаҫ ине. Асыҡлабыраҡ әйтһәк, эшҡыуарҙар сауҙаны социаль йүнәлешле итергә тырыша. Был инде айырым маҡтауға лайыҡ.
Һәр кем, үҙаллы эшләүгә ҡарамаҫтан, “Арҡайым” сауҙа йорто коллективы берҙәм, татыу. Ҡыйын саҡта бер-береһенә терәк булып, шатлыҡты уртаҡлашып йәшәйҙәр. Эшҡыуарҙарҙың бер коллектив булып тупланыуы сауҙа йорто директоры Вәзимә Ғатауллинаның ойоштороу һәләтенән дә килә. Был вазифаны ул ун йыл дауамында башҡара. Һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла иғтибарлы, ихтирамлы, талапсан ул. Етәксенең был сифаттары Сауҙа йортоноң дөйөм эшмәкәрлегендә ыңғай сағылыш таба.