Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы өсөн 2018 йыл һөҙөмтәле булған. Тикшереүҙәр барышында 876 миллион һумдан ашыу етешһеҙлек фашланып, етди сара күрелгән. Шуның 400 миллион һум самаһы ҡаҙнаға кире ҡайтарылған.
Тикшереүҙәр ваҡытында һаулыҡ һаҡлау, белем биреү сифатын тикшереү, ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү, транспорт хеҙмәтләндереүе, урман фондын тикшереү, экология мәсьәләләре өйрәнелгән.
Административ тәртип боҙоуҙар хаҡында бөтәһе 508 протокол төҙөлгән, 20,7 миллион һум штраф һалынған.