Тағы хаҡ арта27.12.2018
Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы НДС-тың 18-ҙән 20 процентҡаса артыуы сәбәпле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан электр энергияһына хаҡтың күтәрелеүе тураһында иҫкәртә.

Газ плитәләре булған йорттарҙа тариф биш тингә ҡиммәтләнәсәк – 3,06 һум; электр плитәләләргә өс тингә артасаҡ – 2,14 һум. Ауыл ерендә лә 1кВт.с өсөн шундай уҡ хаҡтар ҡаралған.

Ике ставкалы тариф газлы өйҙәрҙә – 3,62 һум көндөҙ һәм 2,46 һум төнөн, электр плитәлелә – 2,47 һум көндөҙ һәм 1,71 һум төнөн буласаҡ.
Был тарифтар ярты йылға ҡаралған. 1 июлдә тағы үҙгәреш көтөлә.



Вернуться назад