Башҡортостан милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәк дәрәжәһенә дәғүә итә ала. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов ошо турала белдерҙе.
– Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтереүгә махсус иғтибар бирергә кәрәк. Был өлкә айырым милли проектты тәшкил итә ала, – тигәйне Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Алексей Гордеев “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында ауылды үҫтереү мәсьәләләренә арналған фекер алышыу майҙансығында.
Илшат Фазрахманов ошо идеяны хупланы.
– “Башҡортостандағы ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыуҙағы беҙҙең тәжрибәне һәм һөҙөмтәле практиканы иҫәпкә алғанда, был милли проект өсөн пилот төбәк була алабыҙ, – тине аграр ведомство етәксеһе.