Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла.
Бер танышым күптән түгел күҙ табибында булып сыҡҡандан һуң, күҙлек һайлаш әле, тип мине лә үҙе менән оптика салонына саҡырҙы. Үҙем күҙлек кеймәйем, шуға ла дуҫыма ниндәйен тәҡдим итергә икән тип уйлана башланым. Матбуғат йортонан сығып, юл аша ғына яңы асылған “Мастер Зрения” оптика селтәренә инеп сығырға булдым.
Буяу еҫе таралып та өлгөрмәгән салонда күҙлектәрҙең ниндәйе генә юҡ, күҙ ҡамашырлыҡ. Хаҡтары ла ҡиммәт түгел, етмәһә, ошонда уҡ үҙеңә кәрәклеһенә заказ да бирергә була, төрлө линзалар ҙа һаталар бында. “Яңы асылһаҡ та, һатып алыусыларҙан күпләп заказ ҡабул итә башланыҡ, хатта баш ҡалаға күрше ятҡан райондарҙан да киләләр”, — ти һатыусы ҡыҙҙар.
“Мастер Зрения” оптика салоны хужаһы Динар Әхтәр улы Шаһиевты эш урынында тап иттек. 24 йәшлек йәш эшҡыуар Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан булып сыҡты. Тәүге оптика селтәрен бөтмөр егет тыуған яғында — Асҡар ауылында аса, аҙаҡ Учалы ҡалаһында, Күгәрсен районының Йомағужа ауылында, Сибай ҡалаһында булдыра. Бөгөн оптика салондары Магнитогорск, Баймаҡ төбәктәрендә лә уңышлы эшләй.
2019 йылдың ғинуарында Благовар районының Языков ауылында ла оптика салоны үҙ ишектәрен асасаҡ. Эшҡыуар ҡулланыусыларға контактлы линзалар, әҙер күҙлектәр, ҡояштан һаҡлаған ҡара күҙлектәр, тирәстәр тәҡдим итә. Бынан тыш, бушлай күреү һәләтен тикшерәләр, ҡатмарлы күҙлектәрҙе иһә бер тәүлек эсендә эшләп бирәләр.
“Күҙ — кешенең иң мөһим ағзаларының береһе, шуға ла һәр кем күреү һәләтен тикшереп торорға тейеш, — ти һатыусы ҡыҙҙар. — Ә күҙлектәр иһә кешенең зауығын билдәләй, хатта ниндәйҙер кимәлдә уңыш символы ла”.
— Мәктәп осоронда уҡ был бизнес менән бер аҙ таныш инем, ҡыҙыҡһыныуым да булғандыр инде. Һабантуйҙарҙа, ауылда үткән төрлө байрамдарҙа ҡояштан һаҡлаған күҙлектәр һатырға тура килде. Мәскәүҙә уҡыған саҡта ла оптикаларға инеп, хаҡтары менән таныша инем, — ти эшҡыуар. — Тыуған яҡтарға ялға ҡайтҡанда туғандарым, дуҫ-иштәрем менән аралашҡанда, сифатлы күҙлек һәм линзалар алырға күрше Магнитогорск ҡалаһына йөрөүҙәрен белеп, атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, конкурентлыҡ булмаған район үҙәгендә салон асырға ҡарар иттем.
Динар, әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыңҡырай, эшем килеп сыҡмаһа, тип тә уйлана. Әммә егеттең борсолоуҙары юҡҡа була, тәүге көндәрҙән үк һатып алыусылар оптика селтәренә “һөжүм” итә.
Бөгөн Динар Әхтәр улы 25 кешегә эш урыны булдырған. Әле эшҡыуар билдәле “Hoya”, “Crizal”, “Alcon”, “Johnson& Johnson”, “RB” фирмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уның үҙ һатып алыусылары ла барлыҡҡа килгән.
Тырыш егеттең киләсәккә уй-хыялдары етерлек. Ул 2019 йыл аҙағына тиклем республиканың һәр район үҙәгендә һәм ҡалаһында оптика селтәрҙәре асыу маҡсаты менән йәшәй. Бының өсөн ул эшҡыуарлыҡтың яңы ысулдарын өйрәнә, заманса алымдарҙы үҙләштерә, уларҙы ғәмәлдә ҡулланырға тырыша. Йыш ҡына тәжрибәле эшҡыуарҙар менән осрашып аралашырға ла ваҡытын сарыф итә, һатып алыусының ихтыяжын өйрәнә. Бынан тыш, йәш эшҡыуарҙы төрлө семинар, тренингтарға ла саҡыралар, ул үҙ үҫеше өсөн аҡсаһын йәлләмәй.
— Киләсәктә халыҡты сифатлы тауар менән тәьмин итеү һәм уларҙың күңелен яулау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, шөкөр, бының өсөн дәртем дә, көсөм дә бар, — ти эшҡыуар. — Хеҙмәттәштәремдең эшенән ҡәнәғәтмен, уларҙың һәр береһе һатып алыусының зауығына яуап бирерлек күҙлектәр һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итеп, бурысын намыҫлы башҡара.
Йәш эшҡыуар ай һайын тиерлек һатып алыусылар араһында төрлө конкурстар ҙа ойоштора, мәҫәлән, бер меңлек әйбер һатып алғандар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Бынан тыш, бүләк-сертификаттар ҙа һатып алыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Әйткәндәй, Динар Әхтәр улы “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2018” конкурсында еңде. Ул — күп кенә байрам саралары бағыусыһы ла. Эшҡыуар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең, инвалид балаларҙың яҙмышына битараф түгел, йыш ҡына уларға ярҙам ҡулы һуҙа.