Хужалыҡ сифатлы һәм тәбиғи продукция етештерә.“Ленинский” төбәктә эре һәм тотороҡло эшмәкәрлек алып барған хужалыҡтарҙан һанала. 2002 йылдан йәмғиәткә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Павел Ватолин етәкселек итә. Бында, нигеҙҙә, үҫемлекселек, малсылыҡ ныҡлы үҫешкән.
— Шөкөр, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек, башҡаларға күрһәтерлек эштәребеҙ бар, шуға ла беҙгә тәжрибә уртаҡлашырға төрлө тарафтан киләләр, — ти хужалыҡ рәйесе. — Көҙ баҫыуҙан йылына ҡарата ярайһы ғына яҡшы уңыш йыйып алдыҡ, әле мал ҡышлатыу эше ойошҡан бара.
Йәмғиәт эшсәндәре 10 мең гектарға яҡын ерҙе эшкәртеп, уны минераль ашлама менән туҡландырғас, көҙ баҫыуҙар мул уңышы менән ҡыуандыра. Бында бөгөн өс ауылдан 176 кеше эш урыны тапҡан. Йәштәрҙең туған хужалығын ташламай, ауылды һайлауына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә йәмғиәттең үҫеше өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ, хатта күрше ауыл, райондарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр икән.
Йәмғиәттә төҙөлөштөң туҡтағаны юҡ, яңы оҫтахана һалғандар, хәҙер механизаторҙар йылы һәм иркен биналарҙа машина-тракторҙарҙы ремонтлап, яҙғылыҡҡа әҙерләй. Бынан тыш, йылы гараждар, көҙгө муллыҡты һаҡлау өсөн һыйҙырышлы келәттәр сафҡа индерелгән. Хужалыҡтың таҡта ярҙырыу, столяр цехтары ла бар, халыҡҡа ошо тәңгәлдә хеҙмәт тә күрһәтәләр. Техника паркы ла бай, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр.
Һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һөт, һыу үткәргестәр менән йыһазландырылған, ҡеүәтле һыуытҡыстар продукцияны сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә.
“Ленинский” хужалығы тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән дә шөғөлләнә, 1998 йылдан бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған. Бөгөн көтөүҙә ике мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Сусҡа, йылҡы ла тоталар. Тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгәс, йыл һайын йәмғиәт көтөүҙе йәш таналар менән тулыландыра, 120 баш һатыуға сығарыла, иткә оҙатыла.
— Беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй. Шәхси ихатаһында ла мал тотоусылар бихисап, уларға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, — ти Павел Леонидович. — Ярмаһы ла, бесән-һаламы ла бүленә, быҙау алып тәрбиәләүселәр ҙә бар.
Хужалыҡтың ярымфабрикат, колбаса етештереү цехы ла уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Ауыл халҡын йылы икмәк менән дә туйындыралар. Шуныһы мөһим: цех хеҙмәткәрҙәре продукцияға төрлө өҫтәмә-ҡушылма, көсәйткестәр ҡулланмай, тик тәбиғи сеймалдан ғына етештерә. Бөгөн бында 20 төрлө ярымфабрикат һатыуға сығарыла, хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел. Әҙер продукция “Башҡортостан продукты” сауҙа билдәһе менән район ауылдары магазиндарына оҙатыла.