Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте”ндә республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә байҡау яһаны.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең төп күрһәткестәре тураһында һөйләне. Мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл ғинуар-октябрҙә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,5 миллиард доллар тәшкил иткән. Тәүге ярты йылда төбәк иҡтисадына 39,3 миллион доллар сит ил инвестицияһы йүнәлтелгән.
Яҡын киләсәктә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы ғәмәлдәге 22 килешеүгә өҫтәп, тағы ла яңы һигеҙ килешеү әҙерләнә. Бынан тыш, 2019–2020 йылдарҙа Рәсәйҙең ҡайһы бер сит илдәрҙәге, атап әйткәндә, Австриялағы һәм Төркиәләге сауҙа вәкиллектәре ҡарамағында республика вәкиллектәрен асыу күҙаллана.
Республика етәксеһе иһә тышҡы сауҙа әйләнешенең һәм Башҡортостан иҡтисадына сит ил инвестицияларының күп йыллыҡ күрһәткестәренә иғтибарҙы йүнәлтте.
– Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тураһында һүҙ алып барһаҡ, уның хәлен билдәләгән ике күрһәткес бар – тауар әйләнеше һәм тура инвестициялар күләме, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы тиҫтә йылда беҙ иң түбәнге баҫҡыста торабыҙ. Эшебеҙгә ыңғай баһа биреп булмай.
Төбәк етәксеһе иҡтисади блокка Рәсәйҙең алдынғы төбәктәрендәге эшкә, уларҙағы күрһәткестәргә, төп сит ил партнерҙары исемлегенә, тауар әйләнеше структураһына ентекле анализ яһарға ҡушты.