Юл хаҡы – 465,6 миллион һум26.12.2018
Дәүләт һатып алыуҙары сайтында баш ҡаланың яр буйынан үткән автомобиль юлы документтарын тултырыуға һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға тендер иғлан ителгән.

Оҙонлоғо 507 метрлыҡ юлды 465,6 миллион һумға һалырға тәҡдим ителә. Ғаризалар киләһе йылдың 14 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. 24 ғинуарҙа иһә подрядсы билдәләнәсәк. Эште 2019 йылдың 30 сентябренә тиклем башҡарыу бурысы ҡуйыла. Проект Өфө бюджетынан финанслана.





Вернуться назад