Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә инвесторҙар менән осрашты. Кәңәшмәлә республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Сарала Әбйәлил районының Һамар ауылы янында 800 баш һыйыр малына иҫәпләнгән роботлаштырылған заманса һөтсөлөк фермаһы проекты тикшерелде. “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативының генераль директоры Раил Фәхрисламов әйтеүенсә, Көнбайыш Европа илдәрендәге ошондай фермаларҙың ыңғай тәжрибәһе өйрәнелде һәм республика өсөн иң ҡулай алым һайлап алынды. Әле каркаслы ике һыйыр аҙбары һалына башлаған.
Ферма һауыу автоматтары, мал аҙығы таратыусы роботтар, автоматлаштырылған йыйыштырыусылар менән йыһазландырыласаҡ. Заманса техника менән эшләү өсөн юғары квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү күҙаллана.
Голландияла эшләнгән һауыу автоматтарын Башҡортостанда йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, бындай проекттар әлегә бөтә Рәсәйҙә лә юҡ.
Бынан тыш, “Инвестиция сәғәте”ндә Өфөлә заманса сәнғәт музейын һәм күп функциялы комплекс асыу, төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге системаһын яңыртыу проекттары буйынса фекер алыштылар.