Ейәнсура районында малсылыҡ комплексы тергеҙелә. Яңы Себенле ауылы эргәһендәге фермаға Европанан голштин тоҡомло 500 баш һыйыр ҡайтарылды. Ырымбур өлкәһенән инвестор килеү менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Проект дүрт йылға иҫәпләнә һәм комплексҡа 757 миллион һум йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостан еренә һәүкәшкәйҙәр ҡурҡып ҡына аяҡ баҫа. Артта — алты мең саҡрым юл. Яңы Себенле фермаһы улар өсөн яңы төйәк буласаҡ. Тиҙҙән һыйырҙарҙы өр-яңы рационға күсереп, быҙаулауға әҙерләйәсәктәр. Ғинуарҙың икенсе яртыһында фермала артыу көтөлә.
Ергән МТС-ы бөлгөнлөккә төшкәс, ферма дүрт йыл самаһы буш торған. Аҙбарҙарҙа ҡайтанан тормош ҡайнауын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел ине. Әммә Ырымбур өлкәһе компанияһының инвестиция һалыуы һәм республика Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән малсылыҡ комплексы ҡайтанан асылды. Киләсәктә һауын һыйырҙары 1400-ҙән ашып китәсәк.