Баҡалы районының “Бозор” фермаһы мөдире Маркел Филиппов әйтеүенсә, малсылар хәҙер эшкә ҙур дәрт менән, ашҡынып йөрөй.
Ни өсөн тигәндә, һуңғы осорҙа хеҙмәт емештәрен күреү, һөт етештереү күләменең артыуы, малды ҡышлатыу шарттарының яҡшырыуы кәйефте күтәрә. Йәйгеһен яҡшы сифатлы мал аҙығы етерлек кимәлдә әҙерләнгән. Бесән, сенаж, силос, һалам, фураж — барыһы ла бар. Көн һайын 1500 килограмм һөт эшкәртеүгә ебәрелә, ҡуйылыҡ күрһәткесе лә юғары.
— 300 һауын һыйырын хеҙмәтләндергән һауынсыларыбыҙ Наталья Лобанова, Вера Алчинова, Надежда Кутлина һәм Галина Алчиноваға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, — ти ферма мөдире. — Егерменән ашыу малсы үҙенең бурысын еренә еткереп үтәгәнгә күрә, һауын һыйырҙарыбыҙ артып тора, быйыл 388 быҙау алдыҡ, шулай итеп, малдың дөйөм һанын 1400 башҡа еткерҙек. Киләһе йылға ҙур өмөт менән аяҡ баҫабыҙ.