Бала өсөн түләү бөтөрөлә25.12.2018
2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғаиләлә тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла. Республика программаһын оҙайтырға йыйынмайҙар. Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, документтарын 2019 йылдың 1 июленә тиклем тапшырып өлгөргән льготаға хоҡуҡлы граждандарға ул түләнәсәк.

“Программаға ингән һәм инеп өлгөрәсәк граждандар түләүҙәрҙе аласаҡ. Әлбиттә, һүҙ 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуғандар хаҡында ғына бара”, – тине Ленара Иванова.

Был программаны Башҡортостандың элекке Башлығы Рөстәм Хәмитов тормошҡа ашыра башлағайны. Сертификаттар тапшырыу менән төбәктең Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә ине.



Вернуться назад