Билде тағы ҡыҫыбыраҡ быуырбыҙмы?25.12.2018
Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәренең күҙаллауы буйынса, киләһе Ҡабан йылында инфляцияның 5—5,5 процентҡа артыуы ихтимал.

Тәүге ярты йыллыҡта хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлә, ти эксперттар. 1 ғинуарҙан өҫтәмә хаҡҡа һалымдың 18 проценттан 20 процентҡа тиклем күтәрелеүе аҙыҡ-түлек, автомобиль, кейем-һалым, техника хаҡына йоғонто яһаясаҡ. Һалымдың артыуы тауар һәм хеҙмәттәрҙең 75 процентына ҡағыласаҡ.

Киләһе йылда йәнә коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар индексацияланасаҡ. 1 ғинуарҙан — 1,7 процент, ә 1 июндән 2,4 процентҡа артыуы ихтимал. Өҫтәүенә сүп-сарҙы сығарыу өсөн һәр кем үҙ кеҫәһенән түләйәсәк. 31 марттан һуң, яғыулыҡ баҙарында хаҡтарҙың тотороҡлоғон һаҡлау тураһында килешеү срогы сығыу менән, бензиндың да ҡиммәтләнеүе мөмкин.




Вернуться назад