Себеш тә табыш килтерә, ҡарай белһәң...Илдар Сәйетгәрәевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы — районда аяғында ныҡлы баҫып торған, үҫеш юлындағы хужалыҡтарҙың береһе. Элекке “Маяҡ” ауыл хужалығы кооперативы маяҡ булыуҙан туҡтап тарҡалғандан һуң, Илдар Ғәли улы 2008 йылда ошонда фермер хужалығы асырға ниәтләй.
– Эште тауыҡ үҫтереүҙән башларға булдым. Үҙемдең зоотехник белемем юҡ, ҙурыраҡ эштәргә тотонорға бер аҙ ҡурҡыта. Тәүге йылда һигеҙ мең себеш алып, яҡшы итеп үҫтереп һатҡас, икеләнеүҙәр ҙә, ауырлыҡтар ҙа онотолдо. Хәҙер инде 36 мең тауыҡ үҫтереп һатыуға өлгәштек, – ти Илдар Ғәли улы тәүге хеҙмәт аҙымдары тураһында.
Сәйетгәрәевтәргә себештәрҙе йыл аҙағында Свердловск өлкәһенән килтерәләр. Дүрт ай буйы йылы бинала аҫрайҙар. Тәүге айҙа әҙер ҡатнашма бирәләр, артабан аҙыҡты үҙҙәре әҙерләй. Дүрт айлыҡ себештәрҙе инде халыҡҡа һатырға, күмәртәләп оҙатырға була, ти фермер. Йәйен дә эш етерлек, бинаны ремонтлайһы, таҙартаһы, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйһе бар. Бер себештән 40-50 һум табыш килә, был – ҡошсолоҡта яҡшы күрһәткес.
2012 йылда һис уйламағанда “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһына ингәс, Рәсәй ҡаҙнаһынан һигеҙ миллион һум аҡса алырға насип иткәс, фермер үҙенең алты миллионын да ҡушып, ауыл хужалығы техникаһы алыуға ирешә. Дәртләнеп китеп, Туланан һәр береһе 100 мең һум торған йөҙ баш тана алып ҡайта. “Комолая” тоҡомло һыйырҙарҙың күҙгә ташланған төп үҙенсәлеге – мөгөҙһөҙ булыуында. Әммә был “етешһеҙлекте” улар тәбиғәт шарттарына сыҙамлыҡтары, стресҡа, сир-сорға бирешмәүҙәре менән аҡлай. Өҫтәүенә сифатлы, тәмле ите өсөн фермерҙар ошо тоҡомдо аҫрарға тырыша, сөнки яҡшы продукцияны һәр саҡ юғары хаҡҡа һатыу мөмкинлеген улар йәшермәй. Йәш мал тиҙ үҫә, ауырлығын йылдам арттыра.
– Быйыл иген, бесән сәсергә 160 гектар ер алдыҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Илдар Ғәли улы. – Тәүҙәрәк малдарҙың төрлө сәбәптән һәләк булыуын күреп ҡайғыра инем. Хәҙер кәңәшләшер кешеләрем бар – Шишмәләге фермерҙар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Юҡ, беҙ бер-береһенә юл бирмәҫкә тырышҡан көнсөл конкуренттар түгел. Ярҙамлашып, терәк булып эшләү яғындабыҙ.
Яңы Солтанбәктәге “Сәйетгәрәев” крәҫтиән (фермер) хужалығы бөгөн – үҙ иҫәбенә, кредитһыҙ ҙа эшләй алған көслө предприятие. Яңыраҡ Нуриман районына 50 баш тана һатып, бюджеттарын тулыландырғандар.
– Мин етәксе генә түгел, хужалыҡтың әүҙем эшсеһе лә, – ти Илдар Ғәли улы. – Малсы Рәжәп Ғәйнетдинов, тракторсы Илдус Нурлығаяновтар менән бергә крәҫтиән хеҙмәтенә бер төптән егелгәнбеҙ. Йөктө тигеҙ тартҡанда ғына эш бара.
Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар Сәйетгәрәевтәрҙең ғаиләләре менән “Саҡмағошнефть” идаралығында эшләргә өлгөрөүен дә әйтергә кәрәк. Теләк кенә булһын. Ҡатыны Эльвира – инженер, ҡыҙы Рината – геолог, ә ғаилә башлығы – электр монтеры.
Дүртөйлө ир-егеттәре ҡайҙа ғына эшләһә лә, хур булмаҫ, беҙ быға сәфәр барышында ныҡлы ышандыҡ инде.