ЙЫЛ ФЕРМЕРЫ! Халыҡты эшле лә, ашлы ла итте25.12.2018
Шишмә районының Тәпәреш ауылынан Дамир Сәғитйән улы Иҙиәтуллин 1992 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторғанға тиклем колхозда төрлө вазифала эшләй, һәр ерҙә үҙен хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, уңған итеп таныта. Колхоз-совхоздар тарҡалып, күптәр ҡыҫҡартылыуға эләккәс, эшһеҙ тороп ҡала.

Әлбиттә, ғүмер буйы колхозда тир түккән Дамир Иҙиәтуллинға был осор ауырға тура килә. Бала саҡтан хеҙмәт һөйөп үҫкән егет, шул саҡта үҙ эшен булдырырға ҡарар ҡылып, ерҙе эшкәртеүгә тотонорға, малсылыҡ менән шөғөлләнергә йөрьәт итә. “Кеҫәлә һуҡыр тин аҡса юҡ, кемдәндер һорап торорға ла мөмкинлек булманы. Аптыраған көндән банкка мөрәжәғәт иттем. Ҙур процентҡа кредит юллап, эшмәкәрлегемде башлап ебәрҙем”, – тип хәтерләй фермер ауыр саҡтарҙы. Уның ул ваҡытта 50 гектар ере, иҫке генә тракторы була.

Дамир Иҙиәтуллин – бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе. Хужалығы күптән инде төбәктә алдынғылар иҫәбендә, уның менән кәңәшләшәләр, иҫәпләшәләр, тәжрибә уртаҡлашалар. Ул райондың барлыҡ фермерҙары менән үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт булдырып, бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәй. “Үҙем өсөн тырышмайым, киләсәк быуындарға ҡалһын, тип көс һалам. Тыуған яғым сәскә атһын, ауылдаштарыма эш урындары булһын, тигән маҡсатта эшләйем”, – ти уңған фермер.

Йәмғиәт йылҡысылыҡ менән шөғөл­ләнә. 400-ҙән ашыу башҡорт тоҡомло йылҡы аҫрап, көтөүҙе йыл һайын йәш тай-ҡолондар менән тулыландыралар. Башҡорт тоҡомлоларын үрсетеү һәм ат спортын халыҡҡа таратыу буйынса байтаҡ эш башҡаралар.
Йылҡысылыҡтан тыш, фермер хужалы­ғында 200 баш һыйыр малы, ҡош-ҡорт, ҡуяндар ҙа бар.

Хужалыҡта 15 хеҙмәткәр ике мең гектарҙан ашыу майҙанда баҫыу эштәрен башҡара. Күрше ауылдарҙан килгәндәр өсөн ятаҡ, ашхана бар.

– Хеҙмәт кешеһенә ихтирам менән ҡарайбыҙ, уларҙың эшен баһалай беләбеҙ, – ти фермер. – Ял йорттарына, шифаханаларға юлламалар менән бүләкләйбеҙ. Эш хаҡын ваҡытында түләгәс, беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ.


Вернуться назад